Районда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә граждандарға ярҙам күрһәтеү дауам итә.
Уҙған оператив кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов етем балаларға фатир асҡыстарын тапшырҙы. Үрге Ҡыйғы ауылындағы Микрорайондан төҙөкләндерелгән бер бүлмәле фатирҙар өс кешегә: Ибрай ауылынан Гөлзирә Дәүләтшинаға, Ҡөлмәттән Ильвина Сибәғәтоваға һәм Йыланлынан Оксана Вәлиәхмәтоваға тапшырылды.
“Район халҡы, тәү сиратта дәүләт ярҙамына мохтаждар алдындағы социаль йөкләмәләрҙе үтәү беҙҙең мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе булып тора.
Һеҙҙе тормошоғоҙҙағы әһәмиәтле ваҡиға менән ҡайнар ҡотлайым. Үҙ торлағың булыуы – һәр кеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә мәсьәлә. Фатирығыҙ ҡотло булһын!” – тине Шамил Радил улы, асҡыстарҙы тапшырып.
“Үҙ ҡыйығым, етмәһә, ауыл үҙәгендә, барлыҡҡа килеүенә сикһеҙ шатмын. Фатирымдағы бүлмә иркен. Барлыҡ коммуникациялар ҙа төҙөк. Бөгөн мин үҙ торлағыма күсенеү, уны биҙәү менән шөғөлләнәм. Беҙҙең турала хәстәрлек күргәне өсөн, район етәкселегенә рәхмәтлемен!” – тине Гөлзирә Дәүләтшина.