Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2019, 14:00

БЕҘ АЙЫҠ АУЫЛ ЯҠЛЫ!

“Айыҡ ауыл” конкурсының район этабы тамамланды. Быйыл акцияға Туҡай, Йонос, Мәсәк ауылдары ҡушылды

“Айыҡ ауыл” конкурсының район этабы тамамланды. Быйыл акцияға Туҡай, Йонос, Мәсәк ауылдары ҡушылды. Йыл әйләнәһендә төрлө ярыштар, саралар, лекциялар, китап күргәҙмәләре ойошторолдо, улар барышында насар ғәҙәттәрҙең эҙемтәләре хаҡында һүҙ барҙы, ауыл халҡын сәләмәт тормошҡа өндәү буйынса эш алып барылды.
Район конкурсы һөҙөмтәләрен Дүшәмбикә ауылы мәҙәниәт йортонда үткән сара йомғаҡланы. Командалар үҙҙәрен таныштырыу буйынса сығыштар әҙерләгән ине, улар жюри ағзаларына алып барылған эш һөҙөмтәһендә яуланған уңыштар хаҡында һөйләне, ауыл оҫталары тарафынан әҙерләнгән күргәҙмәләр менән таныштырҙы. Жюри рәйесе, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының Ҡыйғы районы башҡарма комитеты рәйесе Р. Ҡазиханов конкурстың район этабының еңеүселәрен билдәләүҙә системалылыҡ төп урынды биләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Жюри билдәләүе буйынса, был йәһәттән Мәсәк ауылы командаһы ҙур уңыштарға ирешкән. Жюри рәйесе шулай уҡ был акцияла ҡатнашыусы ауылдарҙың һаны йыл һайын үҫәсәгенә ышаныс белдерҙе.
1 декабрҙән конкурстың республика этабына ғаризалар ҡабул ителә. Мәсәк ауылы халҡы республика кимәлендә “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү өсөн көрәшәсәк. Быйыл унда дүрт йөҙҙән ашыу ауыл ҡатнаша. Республикала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән башланғыс алған “Айыҡ ауыл” конкурсы айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандалауға һәм алкоголь эсемлектәренә ҡаршы көрәш алып барған ауылдарҙы асыҡлау һәм бүләкләүгә йүнәлтелгән.
Автор фотоһы.
Читайте нас: