Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2019, 14:20

ҠУЛ ЭШЛӘЙ – КҮҢЕЛ ЯЛ ИТӘ

Ижад итергә яратыусы кеше һәр саҡ материалын да, әмәлен дә таба. Беҙҙең ҡайһы бер райондаштарыбыҙ төрлө, ҡайһы саҡ ғәҙәти булмаған материалдарҙан һоҡланғыс әйберҙәр яһай.

Ижад итергә яратыусы кеше һәр саҡ материалын да, әмәлен дә таба. Беҙҙең ҡайһы бер райондаштарыбыҙ төрлө, ҡайһы саҡ ғәҙәти булмаған материалдарҙан һоҡланғыс әйберҙәр яһай.
Туҡай ауылында йәшәүселәр Нәфисә Әнүәр ҡыҙы һәм Ғабдулхай Кәрим улы Һатыбалдиндарҙың күңелле яҙыуҙар һәм һүрәттәр менән биҙәлгән йорто эргәһенән йылмайып ҡарап тормайынса үтмәй. Йорт хужаһы ғәҙәти булмаған ижад менән мауыға: төрлө төҫтәге бөкөләрҙән ғәжәйеп картиналар тыуҙыра. Нигеҙҙә ул пластик шешәләрҙең пробкаларын файҙалана. Был ихатала нимәне генә күрмәҫһең: йортҡа инеүселәрҙе шаян көсөк менән әкиәти юртаҡ ҡаршы ала. Улар йәнәшендә дельфин менән чебурашка урын алған. Бына ҡауырыйҙары төрлө төҫтәге ғорур әтәс атлап бара, һары себеш иген сүпләй, өҫтә өкө оса. Был эштәрҙең барыһын да Ғабдулхай Кәрим улы башҡарған.
Был иҫ китмәле йорттоң хужалары ҡасандыр Силәбе өлкәһе Магнитка ҡалаһында йәшәгән. Ғабдулхай Кәрим улы заводта ҡойоусы булып эшләгән. Тыуған яҡтарына күсеп ҡайтырға хәл итәләр. Йорт хужаһы – сығышы менән Балаҡатай, хужабикә – Ҡыйғы районынан.
“Туҡай ауылында төпләнергә булдыҡ. Сөнки ауыл трассанан йыраҡ түгел, матур урында урынлашҡан. Эргәлә генә йылға ағып ята. Ауылдың халҡы ла эшсән һәм татыу, ярҙамсыл,” – ти улар.
Һатыбалдиндар өс ул тәрбиәләп үҫтергән, улар ҙа уйлап табырға, нимәлер оҫталарға әүәҫ. Өлкән улдары Флүс бер мәл төрлө төҫтәге пробкаларҙан картиналар яһап ҡарай һәм был мауығыуын атаһына ла “йоҡтора”.
“Элек, эшләгән саҡта буш ваҡытым аҙ ине. Пенсияға сыҡҡас, яратҡан мауығыуҙарым өсөн ваҡыт артты. Тәбиғәткә һәм экологияға ла ярҙам итәм, сөнки ташландыҡ материалды файҙаланам, уны һыу ятҡылыҡтары, юл буйҙарынан йыйып алып ҡайтам. Балыҡ тоторға яратам, барған һайын яуапһыҙ кешеләр ҡалдырып киткән буш пластик шешәләрҙе һәм пробкаларҙы йыйып алам. Ошондай күңелле картиналар тыуҙырыу миңә бик оҡшай,” – тип һөйләй хеҙмәт ветераны.
Өлкән улының йорто ла ошондай уҡ ҡабатланмаҫ картиналар менән биҙәлгән. Хатта ғәҙәти һыу шлангыһы һәм багы был хужалыҡта ысын сәнғәт әҫәре кеүек. Матурлыҡ тыуҙырырға ынтылыш ҡандан килә, күрәһең. Улдары ла алтын ҡуллы, нимәгә генә тотонһалар ҙа, бик матур һәм яҡшы итеп башҡаралар.
Ғабдулхай Кәрим улы почетлы донор ҙа булып тора, 40 йыл ҡан тапшырған, “Атҡаҙанған донор” исеменә эйә.
“Уны бигерәк тә балалар ярата. Ҡышын улар өсөн балалар баҡсаһы эргәһендә боҙ тауы һәм һырғалаҡ яһай. Изге күңелле булыуын тойоп, балалар уға тартыла. Бына ошондай эшһөйәр, оҫта ҡуллы, тыйнаҡ һәм яҡшы күңелле кеше йәшәй эргәбеҙҙә,” – ти ауыл старостаһы Рида Хафизова.
Читайте нас: