Ошо көндәрҙә беҙҙең хәбәрсе Ибрай ауылы яғынан район үҙәгенә килгәндә урман йыртҡысын осратҡан. “Йылғыр урман йәнлеге машина алдынан ғына юл аша сығып китте. мин уны эт тип уйлаһам да, пассажирым бүре икәнлеген шунда уҡ таныны. Йыртҡыс юл ситендә туҡтап тирә-яҡты байҡап алды ла, икенсе машина яҡынлауын һиҙеп, ағаслыҡҡа инеп юғалды ” – тип һөйләне беҙгә ул.
Бүре осратһаң, ни эшләргә:
1. Бүре өс сәбәп менән генә кешегә ташланырға мөмкин: ҡоторған. ас булһа һәм үҙ биләмәһен һаҡлап. Шуға ла урманда йөрөгәндә иғтибарлы булығыҙ. Бүре балаһын күрһәгеҙ, уға яҡынламағыҙ, аҡрын ғына боролоп кире китегеҙ.
2. Бүре һеҙҙе һиҙә ҡалһа, туҡтағыҙ, ҡапыл йүгереп китмәгеҙ. Бүре- һунарсы, йүгерһәгеҙ, артығыҙҙан ташланасаҡ. Уның йырҡыс инстинкты уянасаҡ.
3. Бүре күрһәгеҙ ҡарашығыҙҙы унан алмағыҙ, күҙенә тура ла ҡарамағыҙ. Ул быны агрессия тип аңлап һөжүм итеүе бар. арҡағыҙ менән боролмағыҙ һәм сүгәләп ултырмағыҙ. Аҡрын ғына артҡа сигенегеҙ. Курткағыҙ, күлдәгегеҙ булһа, уны һалып, баш осонда болғатығыҙ. Бейегерәк булып күренергә кәрәк. Таш, ағастар менән тәмегеҙ, ҡысҡырығыҙ. Был уны ҡурҡытырға тейеш.
4. Иғтибарлы булығыҙ. Һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлағыҙ.