Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2019, 16:30

БАЙРАМ ШАТЛЫҠ ҠЫНА КИЛТЕРҺЕН

Яңы йыл байрамдары көндәрендә бар халыҡ, әлбиттә, күңелле тамаша, шатлыҡ-ҡыуаныс көтә. Ләкин һәр йыллыҡ статистика перотехниканы дөрөҫ һайламау, тейешенсә ҡулланмау арҡаһында бик күп бәхетһеҙлек осраҡтары булыуы тураһында һөйләй.

Яңы йыл байрамдары көндәрендә бар халыҡ, әлбиттә, күңелле тамаша, шатлыҡ-ҡыуаныс көтә. Ләкин һәр йыллыҡ статистика перотехниканы дөрөҫ һайламау, тейешенсә ҡулланмау арҡаһында бик күп бәхетһеҙлек осраҡтары булыуы тураһында һөйләй.
Бер ҡасан да урамдарҙа, шәхси кешеләр ҡулынан перотехник мзделиелар һатып алмағыҙ. Улар магазинда ғына һатылырға, сифат сертификаты, рус телендә инструкцияһы булырға тейеш. Тышында етештереүсе йә иһә күмәртәләп һатыусы реквизиттары, яраҡлылыҡ срогы, әҙерләү датаһы, хәүеф класы, хәүефле зона радиусы, һаҡлау һәм утилизациялау ҡағиҙәләре, изделиеның хәүефле булыуы тураһында текст булырға тейеш. 16 йәшкә тиклемге балаларға перотехник изделиелар һатыу тыйыла. Һатыусы һеҙҙең талап буйынса сифат сертификатын, изделиеның хәүефһеҙлеге тураһында гигиеник һығымтаны, перотехниканы һатыу хоҡуғына лицензияны күрһәтергә бурыслы. Яңы йылға тиклем перотехниканы бүлмә температураһында (30 градусҡаса), йылылыҡ сығанағынан һәм балаларҙан алыҫыраҡ һаҡлағыҙ, ҡулланыр алдынан мотлаҡ инсрукцияһын иғтибарлап уҡығыҙ. Ҡулланыу майҙансығын көндөҙ үк һайлап ҡуйығыҙ, унда ағастар, электр линиялары, яҡында автомобиль туҡталҡалары, ағас һарайҙар һәм гараждар булмаҫҡа тейеш. Балкондан, торлаҡ йорттар эргәһендә изделиеларҙы осороп ебәреү ҡәтғи тыйыла. Әгәр перотехник изделие шунда уҡ тоҡанып, эшләп китмәй икән, уға яҡын килмәгеҙ, сөнки теләһә ҡайһы секундта эшләп китеүе ихтимал. Тамашасыларға осороп ебәреү майҙансығынан алыҫта (кәмендә 15–20 метр), ел иҫмәгән яҡтан күҙәтергә кәрәк – яҡшыраҡ күренәсәк тә, хәүефһеҙ ҙә.
Янғын сығыуына шик тыуһа йә иһә ниҙер тоҡанып китһә, кисекмәҫтән 8 (34748) 3-07-61, 01, 112 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.
Перотехник изделиелар менән һаҡ эш итегеҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә аңлатығыҙ!
А. Зиннуров, 82-се янғын һүндереү часы ҡарауыл начальнигы.
Читайте нас