Әлеге мәлдә республика территорияһы буйынса 22 сәғәттән алып иртәнге сәғәт 6-ға тиклем 17 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсә, йәки уларҙы алмаштырыусыларҙан тыш төнгө осорҙа йәмәғәт урындарында йөрөүе ҡәнүниәт буйынса тыйыла. Йәй көндәре осоронда, 1 майҙан алып 30 сентябргә тиклем, балалар өсөн “комендант сәғәте” тип аталған ваҡыт 24 сәғәттә башланып, иртәнге сәғәт 6-ға тиклем дауам итә. Төбәктәрҙең үҙ урындағы сезон, климат үҙенсәлектәренән сығып, ошондай сикләүҙәр урынлаштырыу хоҡуғы федераль ҡануниәт тарафынан нығытылған. Бер нисә йыл элек йәйге ваҡыттан баш тартылды. Һөҙөмтәлә йәй көнө ҡараңғы бер сәғәткә иртәрәк төшә. Шуға күрә, комендат сәғәтен йәй көнө 24 сәғәттә түгел, 23 сәғәттә урынлаштырырға хәл ителгән.
К. Толкачев әйтеүенсә, депутаттарға йәйен «комендант сәғәтен» оҙайтыу тураһында граждандарҙа, шул иҫәптән педагогтарҙан, ата-әсәләрҙән, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙан мөрәжәғәттәр йыш килә. Уның федераль кимәлдә билдәләнгән ваҡытын ике сәғәткә ҡыҫҡартыу күптәргә маҡсатҡа ярашһыҙ булып тойола. Депутаттар был мөрәжәғәттәрҙе тикшереп, элекке норманың эффектлылығынанализлап, йәйге ваҡыттан баш тартыуҙы иҫәпкә алып, Башҡортостанда «комендант сәғәтен» йәйен бер сәғәткә оҙайтырға ҡарар иттек.
Республика парламенты спикеры, Башҡортостандың заманында балалар өсөн «комендант сәғәте”н билдәләүсе иң тәүге төбәк булыуын һыҙҙыҡ өҫтөнә алды. Был норма тәүҙә республика кимәлендә һуңынан федераль кимәлдә ҡабул ителде. “Ошо ваҡыт эсендә “коменлант сәғәте” бәлиғ булмағандар тормошонда ныҡлы элементҡа әүерелде. Был ҡарар үҙенең эффектлылығын дәлилләне: үҫмерҙәр араһында енәйәтселек кәмеүе күҙәтелә. Әгәр “комендант сәғәте”н индергән мәлдә республикала ике балалар колонияһы булһа, бөгөн уның береһе ябылды, икенсеһен ябыу тураһында һүҙ бара. Шулай ҙа педагогтарға, хоҡуҡ һаҡлаусыларға иғтибарҙы кәметергә ярамай, балаларҙың тәртибен контролдә тотоу талап ителә.