Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2019, 10:40

“ҠЫҘЫЛ ӘТӘС”КӘ ҠАРШЫ ТОРОУ ӨСӨН

Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү урындағы үҙидараның төп бурыстарының береһе булып тора. Шуға ла ирекле янғын һүндереү командаһы ҡабул итеп алған ярымтағылма-цистерна ете ауылдан торған Арыҫлан ауыл биләмәһендәге мөһим проблемаларҙы хәл итеүҙә яҡшы ярҙам сараһы буласаҡ.

Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү урындағы үҙидараның төп бурыстарының береһе булып тора. Шуға ла ирекле янғын һүндереү командаһы ҡабул итеп алған ярымтағылма-цистерна ете ауылдан торған Арыҫлан ауыл биләмәһендәге мөһим проблемаларҙы хәл итеүҙә яҡшы ярҙам сараһы буласаҡ.
Дүрт куб һыйҙырышлы цистерна 20 минут дауамында ут һүндереүгә иҫәпләнгән. Ул аҫылмалы насос, мотопомпа, янғын һүндереү эсәге, көрәк, багор, лом һ.б. менән комплектланған. Шул уҡ ваҡытта тағылма менән файҙаланыу бик еңел – уны тракторға беркетеп, ваҡиға урынына кисекмәҫтән юлланырға мөмкин.
Ирекле янғын һүндереү командаһын махсус техника менән тәьмин итеү ҡотҡарыусылар килгәнсе утҡа ҡаршы уңышлы көрәшергә, хатта урындағы көстәр менән ҙур булмаған янғынды һүндерергә ярҙам итер, тип ышана ауыл халҡы.
Ошо көндәрҙә ҡыҙыл цистерна әҙерлек һыҙығына ҡуйылды һәм уның менән тактик күнекмәләр уҙғарылды. Тракторсы Рөстәм Мөхөтдинов һәм ирекмән Рәис Вәғизов яңғын һүндереү часы, район хакимиәте вәкилдәренән торған махсус комиссия алдында экстремаль ҡышҡы шарттарҙа янғын һүндереү оҫталығын күрһәтте. Комиссия уларҙың эшен лайыҡлы баһаланы, һәр минут иҫәпле булған янғын ваҡытында хаталарға юл ҡуйылмаһын өсөн, үҙ иҫкәрмәләрен еткерҙе.
М. Низамов, 82-се янғын һүндереү часы начальнигы:
“Башҡортостан Республикаһында тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр хәүефен һәм эҙемтәләрен кәметеү” дәүләт программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә беҙ арыҫландарға тағылма техника тапшырабыҙ. Ирекле янғын һүндереүселәр – профессиональ янғын һүндереүселәрҙең алмаштырғыһыҙ ярҙамсылары. Улар төпкөл ауылдарҙа тәүгеләрҙән булып халыҡҡа ярҙамға килә. Улар арҡаһында йыл һайын тиҫтәләгән кешеләрҙең ғүмере ҡотҡарып алып ҡалына, зыян күләме кәметелә”.
Ауыл биләмәһе хакимиәте цистернаны урынлаштырыу өсөн йылы бокс әҙерләгән.
Арыҫлан ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р. Вәхитов әйтеүенсә, ауылдарҙа янғындарҙы киҫәтеүгә тейешле иғтибар бирелә. Мәҫәлән, янғыҙ йәшәүсе оло йәштәге 52 кешенең өйөнә төтөн тураһында иҫкәртеүсе прибор ҡуйылған. Балалары тыуған 11 ғаиләгә бүләккә извещателдәр тапшырылған.
Автор фотоһы.
Читайте нас: