Яңы йыл алдынан районда “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы–2020” конкурсы башлана. Ул 23–30 декабрҙә үтәсәк. Конкурста ауыл биләмәләре, ойошма-предприятиелар, учреждениелар ҡатнаша ала.
Комиссия йәмәғәт территорияһын Яңы йыл атрибуттары һәм символикаһы менән биҙәү сифатын (дизайнын); Яңы йыл шыршыһы булыуын һәм уның байрамса биҙәлеүен; ҡаласыҡтың яҡтылыҡ һәм музыка менән биҙәлешен; скульптура композицияларының,боҙҙан йә иһә ҡарҙан яһалған һындарҙың, әкиәт персонаждарының, тауҙарҙың сифатын баһалаясаҡ.
Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 13 ғинуарында яһаласаҡ.