Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Декабрь 2019, 17:26

“СТАТИСТИКА БАРЫҺЫН ДА БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ”

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ил етәкселеге һәм халҡы яғынан бик күп шелтә алды.

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ил етәкселеге һәм халҡы яғынан бик күп шелтә алды. Хәлдәр торошон үҙгәртеү маҡсатында Хөкүмәт тарафынан 2020 йылдың 1–31 декабрендә планлы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү тураһында ҡарар сығарылды.
Алдағы иҫәп алыу кампанияһында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә һәм ул нисек үтәсәк – был турала беҙ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу–2020 вәкиле Д. Ибәтуллина менән әңгәмәләштек.
  • Дания Фазыл ҡыҙы, район халҡын алдағы иҫәп алыуҙа ниндәй яңылыҡтар көтә?
  • Алда көтөлгән ҙур кампанияның төп яңылығы – рәсәйлеләрҙең үҙ теләктәре буйынса иҫәп алыу ҡағыҙын Интернет селтәрендә үҙ аллы тултыра алыуы. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында махсус бит булдырыласаҡ. Ошо порталда раҫланған иҫәп яҙмалары булған барлыҡ файҙаланыусылар һорауҙарға үҙ аллы яуап бирә аласаҡ.
  • Онлайн-иҫәп алыу 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге этабы булып торасаҡ. Уға октябрҙең тәүге 10 көнө бүленәсәк. Кампанияның икенсе яңылығы – иҫәпселәр электрон планшеттар менән тәьмин ителәсәк. Иҫәп алыу ҡағыҙҙары үткәндәрҙә ҡала – уларҙы респонденттарҙың яртыһы өсөн генә ҡулланасаҡтар.
    • Был мөһим сараның аныҡ даталарын билдәләп китһәгеҙ ине.
    • Ил халҡы тураһында мәғлүмәттәр йыйыу түбәндәге этаптарҙан торасаҡ:
    • 1–10 октябрь – Дәүләт хеҙмәттәре порталында онлайн-иҫәп алыу;
      11–15 октябрь – иҫәп алыуҙы онлайн үткәндәр тураһында мәғлүмәт, иҫәпселәр уларға ҡабаттан мөрәжәғәт итмәһен өсөн, адрестар исемлегенә индереләсәк;
      16–27 октябрь – иҫәп алыусыларҙың йорттар һәм фатирҙар буйлап йөрөп сығыуы, анкеталар тултырыуы;
      28–31 октябрь – контроль йөрөп сығыу һәм материалдарҙы Росстат инструкторҙарына тапшырыу.
      Ошолай итеп, күпселек халыҡ 2020 йылғы иҫәп алыу менән октябрҙең икенсе яртыһында, 16-һынан һуң осрашасаҡ.
      • Иҫәп алыусыны нисек танырға мөмкин буласаҡ?
      • 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу хеҙмәткәрҙәре махсус логотип төшөрөлгән униформала йөрөйәсәк. Иҫәп алыусының үҙе менән күк портфеле, логотип төшөрөлгән шарфы, таныҡлығы булырға тейеш.
      • Халыҡҡа был юлы ниндәй һорауҙар биреләсәк?
      • 2010 йыл менән сағыштырғанда, һорауҙар әллә ни үҙгәрмәй. Шуға ла был процедураны үткәндәргә бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыумаясаҡ. Ошо көндәрҙә Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы иҫәп алыу ҡағыҙҙары бланкылары формалары раҫланыуы тураһында хәбәр итте. Улар менән “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең сайтында танышырға мөмкин.
      • Л. Саҙретдинова яҙып алды.
        Читайте нас: