Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2019, 13:06

2020 йылды нимә кейеп ҡаршыларға?

2020 йыл Аҡ Тимер Ҡомаҡ йылы билдәһе аҫтында үтәсәк.

Ҡайҙа һәм кем менән ҡаршыларға, нимә кейергә, байрам өҫтәленә нимә әҙерләргә? – был һорауҙар күпселек ҡатын-ҡыҙҙы борсой.
2020 йыл Аҡ Тимер Ҡомаҡ йылы билдәһе аҫтында үтәсәк. Ҡомаҡ – байлыҡ һәм муллыҡ символы! Ҡомаҡ һәр нәмәлә тәртип ярата, эшкә етди ҡарай. Ул бик эшһөйәр, һәм эшләп алғас, күңел асырға ла ярата. Шуға ла Яңы йылды шау-шыулы һәм күңелле итеп ҡаршыларға кәрәк!
Аҡ, көмөшһыу, һоро, һорғолт алһыу, асыҡ зәңгәр, көлһыу, күкһел, һорғолт, графит төҫтәренә өҫтөнлөк бирегеҙ. Аҡ төҫ бик күп төрлө була: һөт, ынйы, ҡаймаҡ, фил һөйәге төҫтәрендә, һарғылт аҡ һ.б. Уларҙы ла файҙаланырға мөмкин.
Шулай уҡ ялтырауыҡлы, пайеткалы күлдәктәр бик тә бара. Ҡомаҡ шәмәхә һәм ҡыҙыл күк (пурпур) төҫтәрҙе лә ярата. Ампир стилендәге, кәүҙәгә һылашып торған, шулай уҡ мини күлдәк кейергә була.
Яңы йылды көмөшһыу төҫтәге пинжәк менән аҡ комбинезон кейеп тә ҡаршыларға мөмкин. Еңел аҡ блузка менән металл төҫөндәге салбар ҙа; оҙон һәм иркен пинжәк менән ультра-модалы ҡыҫҡа күлдәк тә матур күренәсәк.
Аксессуарҙар һайлағанда, сифатлы бижутерияға йә иһә ҡиммәтле металдан яһалған комплекттарға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Читайте нас: