Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2019, 19:07

Мөғжизәләр һәм бүләктәр мәле

Ҡыйғы мәғлүмәт үҙәге ойошторған “Изгелек ҡыл: балаларға – бүләктәр” хәйриә акцияһы тамам.

Ҡыйғы мәғлүмәт үҙәге ("Беҙҙең Ҡыйғы" гәзите редакцияһы) “Изгелек ҡыл: балаларға – бүләктәр” хәйриә акцияһын ойошторҙо.
Был акцияны беҙ аҙ тәьмин ителгән һәм матди ҡыйынлыҡтар кисергән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға Яңы йыл кәйефен бүләк итеү маҡсатында башлап ебәрҙек.
Дөрөҫөн әйткәндә, райондың ойошма-учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары шул тиклем әүҙемлек күрһәтер, тип көтмәгәйнек тә.
Ярҙам иткәндәре, әүҙем ҡатнашҡандары өсөн эстафетаны беренсе булып ҡабул иткән район хакимиәте коллективына, шулай уҡ мәҙәниәт, мәғариф бүлектәре, ЗАГС бүлексәһе, “Ҡыуаныс” ойошмаһы, “Ғаилә” хеҙмәте, милекселеккә идара итеү комитеты, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, үҙәк район дауаханаһы, район прокуратураһы, Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе, лицей, Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы ауылындағы филиалы, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, “Башаҡ”, “Ҡояшҡай”, “Шатлыҡ” балалар баҡсалары, “Коммунальщик” ЯСЙ-һы, Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе хакимиәте, Мәшғүллек үҙәге һәм район ветерандар советы коллективтарына рәхмәт белдерәбеҙ.
Акция үҙенсәлекле һәм изге мөхиттә, ихлас йылмайыуҙар һәм ыңғай уй-тойғолар менән үтте. Көн һайын редакциялағы байрам шыршыһы эргәһендә төрлө хеҙмәт коллективтары вәкилдәре осрашты: тәүгеләре эстафетаны – Ҡыш бабайҙың символик тоҡсайын тапшырһа, икенселәр, тултырып килтереү өсөн, ҡабул итеп алды.
Ошолай итеп, дөйөм көс менән беҙ 73 ҡапсыҡ (пакет) бүләк йыя алдыҡ. Тимәк, тормош шарттарына ҡарамаҫтан, райондың бер балаһы ла бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу юлға сыҡты ла инде, улар 30 декабргә тиклем беҙҙең күстәнәстәрҙе таратып сығасаҡ.
Барығыҙға ла ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт! Изгелегегеҙ мотлаҡ һеҙгә изгелек булып әйләнеп ҡайтыр!
Бына ошолай башланып китте акциябыҙ.
Читайте нас: