Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2019, 13:17

Шыршыны һәм өйҙө нисек биҙәргә?

Декорҙа аҡ, пастель һәм металл төҫтәре өҫтөнлөк итергә тейеш.

Яҡынлашып килгән йыл – Аҡ Тимер Ҡомаҡ йылы. Был тыныс хайуан ялтырауыҡ әйберҙәрҙе ярата, йәнә лә яҡшы һәм һаҡсыл хужа булып иҫәпләнә. Уның күңелен күреү өсөн, мотлаҡ өйөгөҙҙө биҙәгәндә Ҡомаҡ символдарын файҙаланығыҙ (кескәй статуэткалар, үҙенсәлекле биҙәүестәр һ.б.)
Декорҙа аҡ, пастель һәм металл төҫтәре өҫтөнлөк итергә тейеш. Зәңгәр, ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәрҙе өҫтәргә мөмкин, ләкин артыҡ күп түгел, сөнки Ҡомаҡҡа оҡшамаҫ. Бүлмәнең бөтә декоры тыныс төҫтәрҙән торорға, шул уҡ ваҡытта сағыу һәм ялтырауыҡлы булырға тейеш, бының өсөн балҡыусан гирляндаларҙы ҡулланырға мөмкин.
Яңы йыл байрамдарында бүлмәгеҙ балҡып торһон өсөн, түбәндәге кәңәштәрҙе файҙаланығыҙ:
Бөтә өй буйлап һәм тәҙрәләргә элергә мөмкин булған гирляндалар алығыҙ. Светодиод шаршауҙар ҙа модала.
Бүлмә ишегенә ылыҫлы ағас ботаҡтарын элегеҙ, ә тәҙрә тупһаларына шыршы ботаҡтарынан, тубырсыҡтарҙан һәм башҡа ошондай материалдарҙан композициялар эшләп ҡуйығыҙ.
Тәҙрәләргә ҡар бөртөктәре, Ҡыш бабай һыны, шыршы яһап йәбештерегеҙ. Тәҙрә быялаһын һәм тупһаһын яһалма ҡар менән биҙәгеҙ.
Ҙур ялтырауыҡ шарҙар алығыҙ, уларҙы бүлмә буйлап элеп сығырға йә иһә бәләкәй кәрзиндәргә өйөргә мөмкин. Өҫтөнә серпантин һәм дождик һалығыҙ.
Мандарин һәм имбирлы перәниктәр тултырылған кәрзиндәр тураһында ла онотмағыҙ. Улар эргәһенә балалар ҡыуанышып йүгереп барыр.
Бүлмә буйлап Яңы йыл һүрәттәре төшөрөлгән йә иһә байрам геройҙары һындары рәүешендәге шәмдәрҙе ҡуйып сығығыҙ.
Был сезонда декоратив мендәрҙәр һәм япмалар модала, улар ярҙамында бүлмәлә тыныс һәм уңайлы атмосфера тыуҙырырға мөмкин.
Читайте нас: