Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ғинуар 2020, 18:43

Ҡөлмәттә – тюбинг трассаһы

“Юлбаҫар ҡаяһы” спорт-күңел асыу паркында тюбинг трассаһы эшләй башланы.

Декабрь аҙағында Ҡөлмәт ауылы эргәһендә “Юлбаҫар ҡаяһы” спорт-күңел асыу паркы территорияһында тюбинг трассаһы асылды.
Тюбинг трассаһы барлыҡ тейешле һынауҙарҙы үткән. Теләүселәр тау башына махсус күтәргес ярҙамында күтәрелә ала. Инструктор хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үткәреп, ҡайышты эләктереп, оҙатып ҡала.
“Трассаның ситенә тупраҡтан валдар һалынған. Тауҙың бейеклеге 100 м тирәһе, ә төшөү юлының оҙонлоғо 160 м. Киске ваҡытта ла килергә мөмкин, трасса ике прожектор менән яҡтыртыла,” – тип һөйләй шәхси эшҡыуар Фидан Динар улы Минһажев.
Территорияла тау шыуырға ғына түгел, парктағы ҡаршылыҡтар һыҙатында йөрөргә, Юлбаҫар ҡаяһын күрергә, ҡарлы Уралдың ғәжәйеп матурлығына һоҡланырға, ыҫмала еҫен рәхәтләнеп һуларға, Д. Минһажев үҙе яһаған ағас скульптураларҙы һәм әкиәт персонаждарын ҡарарға мөмкин. Тәбиғәтте яратыусылар урман йәнлектәренең эҙҙәрен өйрәнә йә иһә, реликт ҡарағайҙар араһындағы тынлыҡҡа сумыр өсөн, урман төпкөлөнә инә, тирә-яҡты фотоға һәм видеоға төшөрә.
Бында мангал зонаһында шешлек әҙерләргә, һуңынан ағастан һалынған ҡунаҡ йортонда ял итергә йә иһә йылы вагонсыҡта сәй эсеп алырға мөмкин. Йыуынырға теләүселәр өсөн эҫе мунса әҙер.
“Был тюбинг трассаһының асылыуы – районыбыҙҙа туризмды үҫтереүгә тағы ла бер мөһим аҙым,” – ти район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Р. Фассалов.
Читайте нас: