Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2020, 22:06

Ике “бишле”нән торған юбилей

ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһендә эшләүсе Ғайсин Фәнил Ворошил улын барлыҡ уҡыусылары хөрмәт итә.

ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһендә автомобилгә идара итергә өйрәтеү буйынса мастер булып эшләүсе Ғайсин Фәнил Ворошил улын барлыҡ уҡыусылары хөрмәт итә.
Фәнил Ворошил улының биографияһы тиҫтерҙәренекенән әллә ни айырылмай. Үрге Ҡыйғы ауылында татыу ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбен тамамлаған. Һуңынан алыҫ Алма-Ата ҡалаһында Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
30 йыл дауамында Үрге Ҡыйғы ауылы 1-се урта мәктәбендә В һәм С категориялы водителдәр әҙерләү курсы мастеры була. Артабан ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһенә эшкә күсә. Бына биш йыл инде ул курсанттарҙы “тимер ат”ҡа идара итергә өйрәтә.
Инструктор – ул өйрәтеүсе остаз ғына түгел, психолог та, тәүҙә тимер машина алдындағы ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итә, һуңынан инде автомобилгә ҡағиҙәләргә ярашлы идара итергә өйрәтә.
Фәнил Ворошил улы: “Яҡшы водитель булыу өсөн, ҡағиҙәләрҙе ятлау, машинала йөрөргә өйрәнеп, водитель таныҡлығы алыу ғына етерлек түгел әле,” – тип иҫәпләй. “Яҡшы кеше булырға: үҙеңде генә ҡайғыртмайынса, юлдағы башҡа кешеләрҙе лә ҡайғыртырға, ихтирам итергә өйрәнергә кәрәк,” – ти ул. Уға көн һайын 7–8 уҡыусы менән эшләргә тура килә. Һәр ҡайһыһын аңларға, күңеленә юл табырға кәрәк. Уҡыусылар һәм курсанттар уны ярата һәм хөрмәт итә.
Фәнил Ворошил улы – хәстәрлекле ғаилә башлығы һәм өлгөлө атай. Тормош иптәше Фәриҙә Арслан ҡыҙы менән татыу һәм ныҡлы ғаилә ҡорғандар. Бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, уларға юғары белем биргәндәр. Улдары Альфред Өфө ҡалаһында йәшәй, ҡатыны Ләйсән менән Асҡар исемле ул үҫтерә. Ҡыҙҙары Альбина шулай уҡ Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, тиҙҙән икенсе юғары белем аласаҡ.
Читайте нас: