Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ғинуар 2020, 22:32

Илле йыл бергә бәхетле тормошта

Беҙҙең районда бер-береһен хөрмәт итеп, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән өлгөлө парҙар бик күп.

Беҙҙең районда ғаилә традицияларын һаҡлап, бер-береһен хөрмәт итеп, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән өлгөлө парҙар бик күп.
Күптән түгел Гөлсинә Хәлиулла ҡыҙы менән Рәфис Сабир улы Шакировтар (Үрге Ҡыйғы ауылы) бергә ғүмер итеүҙәренең 50 йыллығын билдәләне.
Уларҙы районда күптәр белә. Һәр саҡ производство алдынғылары, социалистик ярыш еңеүселәре булғандар, эшһөйәрлектәре менән бик күп наградалар, маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр алғандар, “Хеҙмәт ветераны” абруйлы исемен йөрөтәләр.
Шакировтар – алсаҡ, изге күңелле, ҡунаҡсыл кешеләр. Йорттағы барлыҡ эштәрҙе бергәләп башҡаралар, баҡсала төрлө йәшелсә үҫтерергә яраталар. Бәләкәйҙән сынығып үҫкәнгәме, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңә беләләр, тормошҡа зарланырға күнекмәгәндәр. Ҡыҙҙары Гүзәл, кейәүҙәре Марат, ейәндәре Рөстәм, Руслан, Тимур һәм туғандары уларға һәр яҡлап терәк-таяныс булып тора.
Р. Мөхәмәтова.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: Гөлсинә һәм Рәфис Шакировтар.
МАТЕРИАЛДЫҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫН "БЕҘҘЕҢ ҠЫЙҒЫ" ГӘЗИТЕНЕҢ 2020 ЙЫЛДЫҢ 3 ҒИНУАРҘАҒЫ 1-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫЙ АЛАҺЫҒЫҘ.
Әйткәндәй, әгәр һеҙ беҙҙең гәзиткә яҙылмаған булһағыҙ, һәр яңы һанды райондың теләһә ҡайһы почта бүлексәһенән һатып алырға мөмкин.
Читайте нас: