Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ғинуар 2020, 10:00

БЕҘҘЕҢ ПЕДАГОГТАР – ИҢ ЯҠШЫЛАР ИҪӘБЕНДӘ

Һәләтле йәштәргә грант ярҙамы күрһәтелә.

Башҡортостанда беренсе тапҡыр ауыл ерендә эшләүсе 100 йәш педагогҡа 600 мең һум күләмендә гранттар бирелде.
Беҙҙең райондан ике педагог: Нәбиуллина Ләйсән Фларит ҡыҙы (Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе) һәм Нурыева Зинира Фәрит ҡыҙы (Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе) грант яулауға өлгәште.
Был йәш уҡытыусыларҙың биографияһы бер ни тиклем оҡшаш: икеһе лә был һөнәрҙе осраҡлы һайламаған, төрлө йылдарҙа Мәсәғүт педагогия колледжын тамамлағандар, һуңынан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алғандар.
МАТЕРИАЛДЫҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫН "БЕҘҘЕҢ ҠЫЙҒЫ" ГӘЗИТЕНЕҢ 2020 ЙЫЛДЫҢ 3 ҒИНУАРҘАҒЫ 1-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫЙ АЛАҺЫҒЫҘ.
Әйткәндәй, әгәр һеҙ беҙҙең гәзиткә яҙылмаған булһағыҙ, һәр яңы һанды райондың теләһә ҡайһы почта бүлексәһенән һатып алырға мөмкин.
Һүрәтттәрҙә: Зинира Нурыева;
Ләйсән Нәбиуллина.
Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошолай тип белдерҙе:
“Быйыл беҙ 100 грант тапшырабыҙ, ә киләһе йылдан 600 мең һум күләмендәге 150 грантты тапшырасаҡбыҙ”.
Төбәк етәксеһе артабан уҡытыусыларҙың был аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, үҙ квалификацияһын күтәреүгә, ялға йә иһә автомобиль алыуға тотона алыуын билдәләне.
Читайте нас: