Йәйәнән уҡ атыу буйынса халыҡ-ара фестивалдәр призеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Юлай Рәфҡәт улы Ғәлиуллин декабрь аҙағында Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының спорт залында оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Ул “Мәргән уҡсы” автономлы коммерцион булмаған ойошма директоры булып эшләй.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәһе рәйесе Р. Ҡазиханов: “Йәшлек” үҫмерҙәр клубы булышлығы менән районда “Мәргән уҡсы” клубы асыла, уға теләүселәрҙең барыһы ла йөрөй ала,” – тип хәбәр итте. “Күнекмәләр ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе бинаһында үтәсәк. Әлеге ваҡытта Дыуан күп профилле колледжы филиалы спорт залында 15 кеше шөғөлләнә,” – ти Н. Саҙретдинов, йәйәнән уҡ атыу буйынса тренер.
Баш ҡала ҡунағы район спортсыларына яңы йәйә менән уҡтар йыйылмаһы бүләк итте.
“Августа йәш уҡсылар араһында ярыш уҙғарасаҡбыҙ. Был ярыш төрлө кимәлдә үтәсәк: клуб ағзалары араһында, район, төбәк һәм республика кимәлендә. Республикала йәйелдерелә башлаған спорт йүнәлешен бергәләп үҫтерәсәкбеҙ,” – тине Юлай Рәфҡәт улы.
Л. Саҙретдинова фотолары.
МАТЕРИАЛДЫҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫН "БЕҘҘЕҢ ҠЫЙҒЫ" ГӘЗИТЕНЕҢ 2020 ЙЫЛДЫҢ 3 ҒИНУАРҘАҒЫ 1-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫЙ АЛАҺЫҒЫҘ.
Әгәр һеҙ беҙҙең гәзиткә яҙылмаған булһағыҙ, һәр яңы һанды райондың теләһә ҡайһы почта бүлексәһенән һатып алырға мөмкин.