Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2020, 01:28

Балыҡ тотоу буйынса конкурс-фестиваль

Үрге Ҡыйғы ауылындағы быуала балыҡ тотоу буйынса конкурс-фестиваль үтте.

Район хакимиәте, район мәҙәниәт йорто, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет 7 ғинуарҙа Үрге Ҡыйғы ауылындағы быуала балыҡ тотоу буйынса конкурс-фестиваль ойошторҙо.
Балыҡ тотоу буйынса ярышырға теләүселәр бик күп йыйылды. Улар араһында гүзәл заттар һәм балалар ҙа бар ине.
Старт бирелгәндән һуң 10 минут үткәс, Нәфҡәт Ғиндуллин иң беренсе булып алабуға тотоуға өлгәште.
“Иң уңышлы балыҡсы” номинацияһында беренсе урынды – Фәнил Ғилметдинов, икенсе урынды – Айҙар Кашапов, өсөнсө урынды Владислав Шәрифуллин яуланы.
“Мәкене иң тиҙ уйыу” номинацияһында Фәнил Ғилметдинов еңеүсе булды, ә икенсе урынға Эльвир Зиннәтуллин сыҡты.
Людмила Ғәйнетдинова махсус призға лайыҡ булды.
“Бөгөн беҙ күңелле ял итеп кенә ҡалманыҡ, файҙалы эш тә башҡарҙыҡ. Боҙ өҫтөндә уйылған мәкеләр быуаның балыҡтарын кислород менән тәьмин итә,”– тип билдәләне ярыштың баш судьяһы А. Ғәйфуллин.
Л. Саҙретдинова фотолары.
Читайте нас: