Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2020, 13:21

Ватандың лайыҡлы һаҡсыһы

Первомайский ауылында йәшәүсе Шәрифуллиндар улдары Рудольф хеҙмәт иткән частан рәхмәт хаты алды.

Первомайский ауылында йәшәүсе Шәрифуллиндар улдары Рудольф хеҙмәт иткән частан рәхмәт хаты алды.
Ошо көндәрҙә Первомайский ауылында йәшәүсе Филиә Фәрит ҡыҙы һәм Риф Рөстәм улы Шәрифуллиндар күңелле хәбәр алды – улдары Рудольф хеҙмәт иткән ғәскәри часть командиры, подполковник А. Тирон Рәхмәт хаты ебәргән.
Хатта яҡташыбыҙҙың тырышлыҡ һәм инициатива күрһәтеүе, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең данлыҡлы традицияларын лайыҡлы дауам итеүе, еңел булмаған хәрби бурысын өлгөлө үтәүе тураһында хәбәр ителә.
Мәктәптә Рудольф аныҡ фәндәрҙе үҙ итә, олимпиадаларҙа еңеү яулай, спорт менән шөғөлләнә, художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша.
Үҙенең киләсәген ул механик һөнәренә арнау теләге менән Өфө авиация техникумына уҡырға инә.
РФ Ҡораллы Көстәре сафына Рудольф 2019 йылдың июлендә саҡырыла. Бөгөн рядовой Шәрифуллин Байкал арты зенит-ракета ғәскәрҙәрендә намыҫлы хеҙмәт итә. Уға Р-142 М радиостанцияһы начальнигы вазифаһы ышанып тапшырылған.
Фото әрме альбомынан.
Читайте нас: