Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ғинуар 2020, 22:54

13 ғинуар – Рәсәй матбуғаты көнө

Йыл һайын 13 ғинуарҙа журналистарҙың, гәзит һәм журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә.

Йыл һайын 13 ғинуарҙа журналистарҙың, гәзит һәм журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә.
1703 йылдың 2 ғинуарында (яңы стиль буйынса 13 ғинуар) Рәсәйҙә, батша Петр Беренсенең указына ярашлы, “Ведомости” гәзитенең 1-се һаны донъя күрә. Ошо ваҡиға айҡанлы, 1991 йылдан алып 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә башлай.
Был күркәм дата журналистарҙың ғына түгел, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, гәзит-журнал таратыусыларҙың байрамы ла.
Коллегаларыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ уңайынан ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, ҡәләмегеҙҙең үткер, башҡарған эшегеҙ халыҡҡа файҙалы, кәрәкле һәм әһәмиәтле булыуын теләйбеҙ!
Ә яратҡан тоғро уҡыусыларыбыҙҙы иһә иҫкесә Яңы йыл менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: тормошоғоҙ һәр саҡ матур һәм имен, сәләмәтлегегеҙ һәр саҡ ныҡлы, эштәрегеҙ уң, яҡындарығыҙ һау-сәләмәт булһын!
Беҙ – район гәзитен ҡағыҙ форматта ғына (ике телдә!) сығарып ҡалмайынса, сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә лә эшләүсе ҙур булмаған коллектив – барығыҙҙы ла Рәсәй матбуғаты көнө һәм иҫкесә Яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!!
БАРЫҺЫ ЛА ЯҠШЫ БУЛАСАҠ!!!
Читайте нас