Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2020, 14:24

Урындағы үҙидара органдары эшен халыҡ баһалай

Башҡортостанда йәшәүселәр муниципалитеттарҙың эш һөҙөмтәлегеген баһалай ала.

2020 йылдың 31 декабренә тиклем Башҡортостанда йәшәүселәр муниципалитеттарҙың, шулай уҡ халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙың эшен баһалай ала.
Һорауҙарға «Голос Республики Башкортостан» порталында яуап бирергә була.
Унда порталда теркәлгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин.
Халыҡтың фекере менән ҡыҙыҡһыныуҙың төп маҡсаты – урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу, тип белдерә республика хөкүмәте.
2019 йылғы тауыш биреү һөҙөмтәләре. Ҡыйғы районынан 205 кеше ҡатнашҡан (һәм улар барыһынан да тулыһынса ҡәнәғәт, тиерлек).
Халыҡтың әүҙемерәк булыуы һорала.
Читайте нас: