Районда халыҡты янғын тураһында хәбәр итеүсе автономлы яйланмалар менән тәьмин итеү программаһы тормошҡа ашырыла.
Сүрбай ауылында йәшәүселәр Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р. Вәхитовтың барлыҡ өйҙәрҙе янғын тураһында хәбәр итеүсе приборҙар менән тәьмин итеү тураһында тәҡдимен бер тауыштан хуплаған.
“Бөтәһе ауыл биләмәһендә 145 прибор ҡуйылған, уларҙың 53-ө – янғыҙ йәшәүсе оло кешеләрҙең йортонда.
Сүрбай ауылында 63 йорт иҫәпләнә, 196 кеше йәшәй. Бөгөнгә 48 йортта хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе яйланмалар ҡуйылған. Биш ишле ғаилә приборҙы бушлай алды. Ошолай уҡ хәҙер льготалылар категорияһына 53 йәштән уҙған янғыҙ йәшәүсе кешеләр ҡарай, улар был ауылда 30 кеше. Приборҙарҙы ҡуйыу дауам итә. Беҙҙең маҡсат – ауыл биләмәһенең барлыҡ йорттарын янғын тураһында хәбәр итеүсе яйланмалар менән тәьмин итеү,” – ти ауыл биләмәһе башлығы Р. Вәхитов.
Хизбуллиндарҙың йортонда.