Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
16 Октябрь 2023, 14:15

Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы өҫтәмә раҫлау индерҙе

Дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыусылар аккаунттарының хәүефһеҙлеген арттырыу һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өсөн Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы порталға ингәндә өҫтәмә раҫлау индерҙе.

2023 йылдың 1 октябренән ул яңы ҡулланыусылар һәм иҫәп яҙмаһын тергеҙеүселәр өсөн мотлаҡ процедураға әүерелде. Порталдың һәр өсөнсө ҡулланыусыһы, йәғни 35 миллиондан ашыу кеше, өҫтәмә раҫлау ғәмәленә тоташҡан.

Дәүләт хеҙмәттәрендә ике факторлы авторизацияға нисек тоташырға:

Уны тоташтырыу өсөн порталда теркәлергә һәм «Хәүефһеҙлек» - «Раҫлау менән инеү» бүлегендә ике факторлы авторизация ысулын һайларға кәрәк. Артабан - өҫтәмә яҡлау факторының өс вариантының береһен - смс, бер тапҡыр ҡуллана торған код йәки биометрияны һайларға.

Смс буйынса порталға нисек тоташырға:
1. Телефон номерының эшләү-эшләмәүен тикшерегеҙ йәки өҫтәгеҙ.
2. Һайлаған ысулды раҫлау өсөн пароль индерегеҙ.

Бер тапҡыр бирелә торған код буйынса инеүҙе нисек тоташтырырға:
1. Һайлаған ысулды раҫлау өсөн пароль индерегеҙ.
2. Бер тапҡыр ҡуллана торған код менән эшләү өсөн ҡушымтаны күсереп алығыҙ.
3. Уның ярҙамында QR-кодты сканерлап алығыҙ йәки билдәле асҡысты яҙығыҙ. Унда бер тапҡыр ҡуллана торған код менән «gosuslugi» тигән яҙыу барлыҡҡа киләсәк. Ул даими яңыртылып тора.
4. Ҡушымтанан яңы кодты индерегеҙ.

Порталға биометрия буйынса инеүҙе нисек тоташтырырға:
1. Биометрияғыҙҙы теркәгеҙ: https://vk.cc/coqIOm
2. Һайлаған ысулды раҫлау өсөн пароль индерегеҙ.
3. Биометрияғыҙҙы теркәй алмаһағыҙ, банкҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар ошонда: https://vk.cc/crGdnS

Аккаунтҡа өҫтәмә һаҡлау индереү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы сайтында: https://vk.cc/crGdp3

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: