Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
17 Октябрь 2023, 12:09

2023 йылдың ноябрендә Башҡортостанда йәшәүселәргә октябрь айы өсөн капиталь ремонт квитанциялары берҙәм түләү документы форматында киләсәк

2023 йылдың ноябрендә Башҡортостанда йәшәүселәргә (Өфөнән тыш) октябрь айы өсөн капиталь ремонт квитанциялары берҙәм түләү документы форматында киләсәк. Документта иғәнә айырым юл һәм айырым QR-код менән урынлаштырылған. Шул уҡ ваҡытта, түләү күләме, тәртибе һәм ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡала.

Иғәнәләрҙе теләгән ысул менән түләргә мөмкин:

1. Башҡортостандың күп фатирлы йорттарында дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау төбәк операторы сайтындағы шәхси кабинетта https://vk.cc/crHqZO

2. «Юрта» мобиль ҡушымтаһында https://vk.cc/crHqV6

3. ВТБ банкының һәм «Почта Банк» акционерҙар йәмғиәтенең бөтә филиалдарында (комиссияһыҙ).

8 (800) 775 69 77 телефоны буйынса капиталь ремонт иғәнәләрен иҫәпләү һәм шәхси иҫәптәрҙә күрһәтелгән мәғлүмәттәр буйынса һорауҙар бирергә мөмкин. Эш ваҡыты — эш көндәрендә — 9:00—20:00.

Тулыраҡ — Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында https://vk.cc/crHqP4

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: