Беҙҙең Ҡыйғы
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
17 Октябрь 2023, 17:57

Өфө археология һәм этнография музейы 2023 йылғы яңы 1000 һумлыҡ купюраға төшөрөлгән

2023 йылдың 16 октябрендә Рәсәй Банкы федераль округтарҙың иҫтәлекле урындары төшөрөлгән 1000 һәм 5000 һумлыҡ яңыртылған банкноталарҙы әйләнешкә индерҙе.

1000 — Түбәнге Новгородҡа һәм Волга буйы федераль округына арналған. Алғы яҡтың төп һүрәте — Түбәнге Новгород кремленең Никольский башняһы. Икенсе яғында Ҡазандағы Татар халҡы дәүләтселеге тарихы һәм Татарстан Республикаһы музейы, Ҡазан кремле биләмәһендәге Сөйөмбикә башняһы, Өфөләге Археология һәм этнография музейы һүрәтләнгән.

5000 — Екатеринбург һәм Урал федераль округына бағышланған. Алғы яҡтың төп һүрәте — «Европа — Азия» стелаһы, икенсе яғында Силәбеләге «Урал хаҡында һүҙ» һәйкәле, Салехардтағы «66 параллель» (Поляр түңәрәк) стелаһы төшөрөлгән.

Яңыртылған банкноталар заманса дизайнда эшләнгән һәм көсәйтелгән һаҡлау комплексына эйә. Купюраларҙағы QR-код банкноталарҙың художестволы биҙәлеше тураһындағы һәм уның ысын булыуын дәлилләүсе мәғлүмәт биргән Рәсәй Банкы сайты битен аса.

Тулыраҡ – сайтта https://vk.cc/crGrlb

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: