11 июлдә Бөтә донъяла ШОКОЛАД көнө билдәләнә.
Был тәмле ризыҡты кешеләр бер йыл эсендә 600 мең тонна күләмендә ҡуллана.
Шоколадты күп ашау тешкә зыянлы булһа ла, йөрәккә файҙа килтерә, шоколад яратыусылар 37 процентҡа әҙерәк йөрәк ауырыуҙары менән ауырыйҙар. Был асышты Италия ғалимдары яһай: 10 йыл дауамында аҙнаһына 63 грамм шоколад ашатып, ир-егеттәрҙең йөрәк эшен яҡшыртҡандар.
Шоколад кеше мейеһендә серотонинды арттыра, ә ул, үҙ сиратында, кәйефте күтәрә.
Шоколад эшләр өсөн, какао ағасы 200 йыл үҫергә тейеш, тик ул 25 йыл дауамында ғына емеш бирә.