Районда “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡыйғылар” электрон базаһы булдырыла. Унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар – һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, бөгөн иҫән ветерандар, шул иҫәптән тыл хеҙмәтсәндәре тураһында төп биографик белешмәләр туплана.
Сайт булдырылғас, теләгән һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындары һәм туғандары тураһында мәғлүмәт таба аласаҡ. Еңеүҙең барлыҡ геройҙары иҫтәлеген мәңгеләштереү, ата-бабалар өлгөһөндә йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү проекттың төп маҡсаттары булып тора.
Беҙ Ҡыйғы районының барлыҡ халҡын мәғлүмәт йыйыуға ярҙам күрһәтергә саҡырабыҙ. Бының өсөн үҙәк китапханаға һуғышта ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәттәрҙе (фотоһүрәттәр, хаттар, наградалар, орден-миҙалдар тураһында белешмәләр) килтерергә кәрәк. Уларҙың барыһы ла сканер аша үткәреләсәк һәм шунда уҡ кире ҡайтарып биреләсәк.
Һеҙҙе Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 14 адресы буйынса көтәбеҙ.
Тел.: 3-07-83, 3-07-45.