Хеҙмәт министрлығы киҫәтә: түрәләргә бүләк ҡабул итергә ярамай!
Рәсәй Хеҙмәт министрлығында дәүләт хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәренең ҡул аҫтындағыларҙан һәм дәүләт идараһы функцияларын башҡарғанда башҡа кешеләрҙән бүләк алырға ярамауы тураһында иҫкәрттеләр.
“Уларға ҡарата дәүләт (муниципаль) идара функцияларын башҡарған дуҫтарынан йә иһә бүтән кешеләрҙән вазифалы кешеләрҙең хеҙмәттән тыш ваҡытта бүләк алыуы билдәләнгән тыйыуҙы боҙоу булып тора,” – тип билдәләнеләр министрлыҡта.
Шулай уҡ Хеҙмәт министрлығы түрәләрҙе бушлай хеҙмәттәр йә иһә мөлкәт, шул иҫәптән ваҡытлыса файҙаланыуға, алыуҙан баш тартырға саҡыра. Сөнки вазифалы кешегә теләһә ниндәй матди файҙа рәүешендә бүләк алырға ярамай.
Был тыйыуҙы боҙған осраҡта дәүләт хеҙмәтсәнен эштән бушатыуҙары, әгәр бүләк ришүәт булараҡ баһаланһа, енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ихтимал.