Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Октябрь 2017, 19:06

Ала йылға ниндәй серҙәр һаҡлай?..

Сүрбай ауылында йәшәүсе Отар Ситдиҡов менән Динар Мөхәтйәров октябрь башында сираттағы тапҡыр балыҡҡа йыйынғанда, моғайын, боронғо быуат табышын табып алып ҡайтырбыҙ, тип уйламағандарҙыр.

Сүрбай ауылында йәшәүсе Отар Ситдиҡов менән Динар Мөхәтйәров октябрь башында сираттағы тапҡыр балыҡҡа йыйынғанда, моғайын, боронғо быуат табышын табып алып ҡайтырбыҙ, тип уйламағандарҙыр. Үҙҙәренең серле табышы тап мамонттың һуҡҡы теше булыуында уларҙың шиге юҡ. Табыштың оҙонлоғо 1 метр 90 сантиметр, диаметры 42 сантиметр, ауырлығы 21 килограмм. Һәм был ғына түгел әле. Шул уҡ урында улар хайуандың өскә бүленгән ҡабырғаһын да тапҡан.

– Йылғала балыҡ тота инек. Ҡармаҡ тотоп яр буйлап китеп барғанда мин бөгөлөп торған ниндәйҙер әйбер күреп ҡалдым, ул ярайһы уҡ ҙур ине, – тип һөйләй Отар Отар улы. – Тәүҙә ярҙан һерәйеп сығып торған торба киҫәге тип уйланым. Килеп тотоп ҡараным, ул шып-шыма ине. Өйҙән көрәк килтереп ҡаҙып сығарҙыҡ та, ҡустым менән алып ҡайттыҡ. Өйҙәгеләр барыһы ла: ”Был бит мамонттың һуҡҡы теше!” – тип хайран ҡалды.

Әйткәндәй, был Сүрбайҙа ошондай тәүге табылдыҡ түгел. Уҙған йылда Ала йылға ярында Раил Ҡәфиев, күҙаллауҙар буйынса, мамонт тешен тапҡан. Һеңлеһе Гүзәл: ”Тәүҙә уның нимә икәнен белмәнек. Һуңынан Интернетта ҡарағас, ағайымдың “табышының” боронғо хайуан – мамонттың ярайһы уҡ ҙур теше булыуына төшөндөк, ул кер йыуыу таҡтаһын хәтерләтә,” – тип һөйләй.

Н. Нәғимов.

Автор фотоһы.


Белешмә.

Мамонттар ер шарында 4,5 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән. Бигерәк тә Урал, Себер территорияһында улар күп була. Мамонттар 3 метрҙан да бейегерәк булған. Оло хайуандың һуҡҡы тештәре оҙонлоғо 4 метрға, береһенең ауырлығы ҡайһы саҡ 88 килограмға еткән. Мамонттар яҡынса 12–40 мең йыл тирәһе элек үлеп бөтә. Улар йылға буйҙарында йәшәгән, боронғо ҡәберлектәре тап ошонда табыла. Мамонттың һуҡҡы тештәре һирәк осрай торған ҡиммәтле материал булып һанала һәм аҫыл металдар һәм йәүһәр таштар һымаҡ ҡиммәт баһалана. Уларҙан сувенирҙар яһайҙар.
Читайте нас: