Волга буйында һәм Уралда уңдырышлы һәм уңышһыҙ йылдар даими сиратлашып килгән була. 1921 йылдың июль айынан алып 1922 йылдың июленә саҡлы Рәсәйҙә 30 миллиондан ашыу кеше аслыҡтан интегә. Златоуст өйәҙенең (унда Ҡыйғы районы ла инә) белешмәләре һуғыш йылдарында фронттан килгән мәғлүмәттәргә тартым. Һәр һан, һәр ваҡиға артында дөйөм халыҡтың һәм айырым ғаиләнең афәте, бик күп ололарҙың һәм балаларҙың аяныслы яҙмышы ята. Өләсәйем Фатиха Әсмәндийәр ҡыҙы Асҡарова (1906–1981 йылдар) 1921-се йылды “Иң ҡурҡыныс, иң ауыр йыл булды,” – тип хәтерләй ине. Златоуст өйәҙендә 1922 йылдың 5 апреленә ҡарата – 45300 баланы һәм 56029 оло кешене, ә 1922 йылдың 1 майына 15 йәшкә тиклемге 40557 баланы һәм 59822 оло кешене, барлығы 137918 кешене аслыҡ солғап ала. Был беҙҙең төбәктә аслыҡтың иң көсөргәнешле мәле булып тора. Документтарҙа хәбәр ителеүенсә, “1921–1922 йылғы ҡышта Златоуст өйәҙендә аслыҡ көндән-көн көсәйә бара… аслыҡтан һәм ауырыуҙан һәләк булыу осраҡтары бик күп. Аҙыҡты алмаштырыусы нәмәләр күптән ашалып бөткән. Күп халыҡ өсөн төп аҙыҡ булып үлгән малдарҙың һөйәктәре тора. Алабута барыһында ла юҡ. Ағас ҡайырыһын, ҡайын һырғаларын, алабута кәбәген, үлән тамырҙарын, мал тиреһен, онталған һөйәген, хатта бесәй һәм эттәрҙе, емтек ашайҙар”. 1921–1922 йылдарҙа кеше ашауҙы хатта законлаштырырға тырышыу осрағы теркәлә. Кешеләр өмөтһөҙлөктөң һуңғы нөктәһенә барып етә. Рус халҡының аслыҡты башҡорт милләтенә ҡарағанда еңелерәк кисереүе хаҡында белешмәләр бар. Сөнки башҡорттар XX быуат башында йәшелсәселек менән шөғөлләнмәгән һәм 1921 йылдың ҡоро килеүе уларҙың елкәһенә ауыр йөк булып ята. Әлеге заманда ерҙән ситләшеп, йәшелсә үҫтерергә теләмәүселәр быны иҫтәрендә тотһон ине. Ауылдар халҡы көндән-көн ҡырыла. Иҙрис һәм Яңыбай олоҫтарында хатта үлгән кешеләрҙе күмергә өлгөрмәйҙәр, буш өйҙәргә 50-шәр мәйетте ташып, өйөп ҡуялар. Үрге Ҡыйғы ауылы зыяратында бер ҙур дөйөм соҡор ҡаҙыла. Яҙ еткәс, мәйеттәр тулған соҡорҙо күмеп ҡуялар. Бындай эштәрҙе комсомол ағзалары һәм махсус тәғәйенләнеш частары (ЧОН) ағзалары башҡара. Юлдарҙа ерләнмәгән мәйеттәр бик күп ятҡан була. 1921 йылдың июленән 1922 йылдың июленә тиклем Златоуст өйәҙендә аслыҡтан 10924 кеше үлә. Аслыҡтан яфа күреүселәргә ярҙам итеү маҡсатында губерналарҙа һәм өйәҙҙәрҙә комиссиялар төҙөлә. АҠШ-тан һәм башҡа Европа илдәренән гуманитар ярҙам килә башлай. Америка ярҙам администрацияһы (АРА) йәмәғәт туҡланыу урындары аса, уларҙа аслыҡтан интегеүселәр көнөнә бер тапҡыр йылы аш ашай ала. Туҡланыу урындары Үрге Ҡыйғы, Түбәнге Ҡыйғы, Абзай, Дүшәмбикә һәм башҡа ауылдарҙа эшләй. 1922 йылда хәйриә ярҙамы сифатында 57 бот иген килтерелә. Өлкәндәрҙе туҡландырыу өсөн Америка ярҙам администрацияһы 55096 аҙыҡ-түлек паегы ебәрә. Бер кешегә паек айына 30 фунт тәшкил иткән була. Паектар түбәндәгесә бүленә: Айлино – 1200, Йыланлы – 2000, Иҙрис – 800, Ләүзә – 2200 һ.б. Златоуст өйәҙенә 1922 йылдың июлендә ярҙам сифатында 55 бот икмәк, 2 боттан ашыу картуф һәм аҡса килә. Был фажиғәле йыл үтеп китә. Крәҫтиәндәр ауыр ҡыйынлыҡ менән 1922 йылдың яҙында баҫыуҙарға иген сәсә, әммә ҡурҡыныс аслыҡ үҙе хаҡында оҙаҡ йылдар оноттормай. Һуңынан ул беҙҙә 30-сы йылдар башында яңынан ҡабатлана. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ был ҡурҡыныс тарихтан һығымта яһарға тейеш. Ауыл халҡы ерҙә эшләй алһын өсөн, дөрөҫ ауыл хужалығы сәйәсәте, иҡтисадтың аграр секторына дәүләт ярҙамы булырға тейеш. Тыуған ергә һаҡсыл һәм дөрөҫ ҡараш булғанда, ул беҙҙе ас ҡалдырмаҫ.