Беҙҙең районда туризмдың күп төрҙәрен үҫтерергә мөмкинлек биреүсе уникаль тәбиғәт шарттары һәм мәҙәни тарихи мөмкинлектәр бар. Улар араһында ауыл туризмы туризм өлкәһендә урта һәм кесе бизнесҡа дәүләт ярҙамын күрһәтеүҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып һанала. Ошо көндәрҙә Ҡөлмәт ауылынан йәш шәхси эшҡыуар Ф. Минһажев “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярҙам” муниципаль программаһы буйынса 250 мең һум күләмендә финанс ярҙам алған.
Был аҡсаны ул үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырыуға – Ҡөлмәт ауылы эргәһендәге йәмле Әй йылғаһы ярында ҡунаҡхана комплексы ойоштороуға тотонорға уйлай, унда ҡунаҡтарға ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Бының өсөн эшҡыуар кәрәкле йыһаз һәм ҡорамалдар һатып алған да инде. Киләсәктә Ф. Минһажев рекреация-сервис зонаһының эшен йыл әйләнәһенә ойошторорға планлаштыра: ҡышын саңғыла йөрөү, тимераяҡта шыуыу майҙансыҡтары, йәйен Әй йылғаһы буйлап кәмәләрҙә йөҙөү, иҫтәлекле урындар буйлап йәйәү экскурсиялар ойоштороласаҡ. “Әлбиттә, рекреация мөмкинлектәрен өйрәнеү һәм үҫтереү, был йүнәлеште үҫтереү буйынса алдынғы тәжрибәне өйрәнеү, ҡунаҡтарҙы комплекслы хеҙмәтләндереүҙең лайыҡлы кимәлен тәҡдим итеү өсөн ярҙамсылар ылыҡтырыу буйынса алда ҙур эштәр тора”, – тип һөйләне Фидан Минһажев. Беҙ уға алдына ҡуйған пландарын тормошҡа ашыуҙа ҙур уңыштар теләйбеҙ.