Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Март 2018, 17:44

УҢЫШТАР БАР, МӨМКИНСЕЛЕКТӘР ТАҒЫ ЛА КҮҮБЕРӘК

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары: Ҡыйғы, Балаҡатай, Салауат, Дыуан, Мәсетле, Асҡын һәм Ҡариҙел райондары вәкилдәре ҡатнашлығында малсылыҡ буйынса үткән семинарҙы район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов асты. Ул йыйылыусыларҙы райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы һәм артабан һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы ветеринария идаралығы начальнигы А. Йыһаншинға бирҙе.

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары: Ҡыйғы, Балаҡатай, Салауат, Дыуан, Мәсетле, Асҡын һәм Ҡариҙел райондары вәкилдәре ҡатнашлығында малсылыҡ буйынса үткән семинарҙы район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов асты. Ул йыйылыусыларҙы райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы һәм артабан һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы ветеринария идаралығы начальнигы А. Йыһаншинға бирҙе.

Азат Салауат улы уҙған йылдың июлендә Туймазы һәм Бүздәк райондарында бешмә сире (ящур) табылыуы тураһында һөйләне. 900 баш ваҡ мал, 800 баш һыйыр малы һәм 56 сусҡа һуйып яндырыла. Ҡурҡыныс сир 6 ауылды ялмай. Ә барыһы ла оҙатыу документтарынан башҡа Ҡаҙағстандан килтерелгән һарыҡтарҙан башлана. БР ветеринария идаралығы начальнигы А. Йыһаншин ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәрен, фермер хужалыҡтары башлыҡтарын, зоотехниктарҙы, ветеринарҙарҙы һәр саҡ уяу булырға саҡырҙы. “Башҡаса республикала бындай хәл булырға тейеш түгел,” – тине ул. Артабан А. Йыһаншин малдарға биркалар, аттарға чиптар ҡуйыу кәрәклеге тураһында һөйләне. Был малдарҙың иҫәбен алып барыу өсөн кәрәк. Ошо йылдың 1 ғинуарынан алып аттар, һыйыр малдары, һарыҡ-кәзәләр, сусҡалар маркировка үтергә тейеш, ә 2019 йылдан – башҡа йорт хайуандары. Азат Салауат улы нодуляр дерматит кеүек сиргә лә туҡталып үтте. Был ауырыуҙы ҡан эсеүсе бөжәктәр: серәкәй, москит, себендәр тарата. Малдарҙың үлеүе, продуктлылығы кәмеүе, тире сеймалының сифаты насарайыуы сәбәпле, ҙур иҡтисади зыян килә. Тиҙҙән малдарҙы яҙғы эшкәртеү башлана. Вакцинаны шәхси хужалыҡтар эйәләренә үҙҙәренә һатып алырға кәрәк. Артабан был эш республика бюджеты иҫәбенә финансланасаҡ. Селекция һәм яһалма ҡасырыу буйынса эш – продуктлылыҡтың мөһим факторы. 100 процентҡа яһалма ҡасырыу ойошторолған, көтөүгә 25 процентҡа таналар индерелгән, ашатыу фәнни нигеҙҙә ойошторолған райондарҙа һәр һыйырҙан йылына 5000 килограмдан ашыу һөт һауыла, һөт етештереүҙән яҡшы табыш алына. Ҡыйғы районында һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу 88% тәшкил итә, ә был күрһәткес төньяҡ-көнсығыш байынса ауыл хужалығы предприятиеларында – 95%. Ит етештереүҙең һөҙөмтә- лелеге махсус мал һимертеү майҙансыҡтары булыуына бәйле. Уларҙа тәүлегенә 800–1200 грамм артым алырға мөмкин. Ләкин Дыуан районынан башҡа, төньяҡ-көнсығышта бындай мал һимертеү майҙансыҡтары юҡ. Шул уҡ ваҡытта нәҡ был райондар мал һимертеү буйынса лидерҙар булып торорға тейеш. Республиканың төньяҡ-көнсығышында 72 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары үҫтерелә, 4,5 мең баш мал аҫрала. 2018 йылдың 1 ғинуарынан башлап барлыҡ малдар махсус цехтарҙа һуйылырға тейеш. “Был заман талабы, – тип билдәләне А. Йыһаншин. – Быны техник регламент талап итә. Оҙатыу документтарынан башҡа һеҙ үҙ итегеҙҙе баҙарҙа һата, күрше төбәктәргә алып сыға алмая-саҡһығыҙ”. БР Ауыл хужалығы министрлығының тоҡомсолоҡ эше буйынса бүлеге начальнигы Э. Сабирова 2017 йыл йомғаҡтары буйынса тоҡомло малсылыҡ торошо тураһында бәйән итте. Бөгөн республикала етештерелгән тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 56 проценты малсылыҡҡа тура килә, тип билдәләне ул. Башҡортостан һөт етештереү буйынса Рәсәй субъекттары араһында 1-се урында, ит етештереү буйынса 7- се урында тора. Республика етәкселеге нәҡ һөҙөмтәле эшләүсе ауыл хужалығы предприятиеларын стимулларға вәғәҙә итә. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын булдырыу фермерҙарға һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ярҙам күрһәтеү механизмы булып тора. Уларҙы төҙөү эшен көсәйтергә кәрәк. Хакимиәт башлыҡтары бындай етештереүселәргә ярҙам күрһәтергә, продукцияны һатыуға мөмкин тиклем булышлыҡ итергә тейеш. Ҡағыҙҙа ике тиҫтәнән ашыу ҡулланыусылар кооперативы бар. Ләкин уларҙың файҙаһы артыҡ һиҙелмәй. Уларҙың эшмәкәрлеге нигеҙҙә һөт һәм ит йыйыуға ҡайтып ҡала, һәр береһе айырым эшләй, кооперативтар принцибы күҙәтелмәй. Ғәмәлдә иһә улар АПК-лар, КФХ-лар, шәхси хужалыҡтарҙы һәм башҡа ваҡ эшҡыуарҙарҙы бер ҡыйыҡ аҫтына тупларға, эшкәртеүҙе, тәьмин итеүҙе, һатыуҙы, кредиттар биреүҙе ойошторорға, үҙ-ара ышаныс нигеҙендә берлектә эшләргә тейеш. Бөгөн “БР-ҙа яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам күрһәтеү”, “БР-ҙа ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программалары бик популяр. Уларҙың һәр ҡайһыһы буйынса миллион һумдан ашыу грант алырға һәм һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкин. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормайынса эшләргә теләгәндәр яҡшы һөҙөмтәгә иҫәп тота ала. Шуға ла грантлы проекттарҙа ҡыйыуыраҡ ҡатнашыу зарур. Малсылыҡ буйынса семинар- кәңәшмәлә шулай уҡ “Генетика” һөтсөлөк компанияһы ЯСЙ- һының Урал вәкиллеге етәксеһе, зоотехник-селекционер А. Андреев, “Башплемсервис” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы генераль директоры И. Байбулатов, “Башкирское” ААЙ-һының тоҡомсолоҡ эше буйынса генераль директоры А. Ильясов сығыш яһаны һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
Н. Нагимов.
Читайте нас