Беҙҙең Ҡыйғы
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Март 2018, 16:39

ТРАКТОРҘАРҘЫ ӘҘЕРЛӘРГӘ ВАҠЫТ

Баҫыу эштәре башланырға ла күп ҡалмай. Быйыл ҡар аҙ, көн йылытыу менән ул иреп бөтәсәк, яландар асыласаҡ. Ошо көндәрҙә беҙ “Красный Урал” АПК-һына барып, сәсеү эштәренә техниканы әҙерләү барышы менән таныштыҡ.

Баҫыу эштәре башланырға ла күп ҡалмай. Быйыл ҡар аҙ, көн йылытыу менән ул иреп бөтәсәк, яландар асыласаҡ. Ошо көндәрҙә беҙ “Красный Урал” АПК-һына барып, сәсеү эштәренә техниканы әҙерләү барышы менән таныштыҡ.

Хужалыҡта сәсеү майҙаны кәметелмәй, элекке йылдар кимәлендә ҡала. Иген культуралары 510 гектар биләйәсәк. Бынан тыш, йыланлылар борсаҡ, арпа, һоло һәм ҡарабойҙай сәсергә ниәтләй. – Көҙҙән, ямғырҙар яуыуына ҡарамаҫтан, яҙғы сәсеүгә яҡшы нигеҙ һалып ҡалдырҙыҡ, – ти хужалыҡ агроно- мы С. Мостафин. – Ужым культуралары 400 гектарҙа сәселгән, ошоноң бер өлөшө элиталы орлоҡтар менән. 150 гектар ер туңға һөрөлдө, яҙын өҫтәмә рәүештә 200 гектарҙы эшкәртергә кәрәк буласаҡ. Орлоҡ запасы менән әҙерләнгән. Уларҙың барыһы ла яҡшы репродукциялы, был тәү сиратта алынған игендең үҙҡиммәтендә, тимәк, дөйөм алғанда предприятиеның иҡтисадында сағыласаҡ. Сәсеү алдынан орлоҡ мотлаҡ ағыуланасаҡ. Ремонт мастерскойында әлеге ваҡытта ҡыҙыу эштәр бара: станоктар тынмай, ҡоралдар сыңлай, двигателдәр гөрләй. – Тәү сиратта сәсеү өсөн кәрәкле техника әҙерләнә, – ти ауыл хужалығы предприятиеһының инженеры А. Ниғәмәтйәнов. – Яҙғы баҫыу эштәренә 7 берәмек техника сығарыласаҡ. Март аҙағына улар әҙерлек һыҙығына ҡуйылырға тейеш. Артабан сиратта – мал аҙығы әҙерләү машиналары, һуңынан инде – иген урыу комбайндары. Февралдә бында механизаторҙар уҡытылған, хәҙер улар 23 мартта үтәсәк техосмотрға әҙерләнә. Хужалыҡта запас частар кәрәгенсә һатып алына. Токарлыҡ станогы бар. Токарь Р. Хәбибуллин, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һәр иртә эшкә ашыға. Иретеп йәбештереүсе В. Шәйехов менән электрик В. Шәмсетдинов та һәр саҡ механизаторҙарға ярҙамға килергә әҙер. – Беҙҙә тәжрибәле, ышаныслы кешеләр эшләй, улар үҙҙәре өсөн тырышҡандарын аңлай, – ти хужалыҡ рәйесе А. Шәнгәрәев. – Баш инженер А. Ниғәмәтйәновты айырым билдәләп үтке килә. Ул эште тейешенсә ойоштора, кешеләр менән уртаҡ тел таба белә. Ҡыҫҡаһы, йыланлылар сәсеүгә әҙерлекте ойошҡанлы алып бара. Гаражда эш өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Хеҙмәтсәндәр бар күңелдәрен һалып эшләй, тимәк, бөтә техника сифатлы йүнәтеләсәк һәм ваҡытында әҙер буласаҡ, тигән ышаныс бар.
Н. Нәғимов.Автор фотоһы.
Читайте нас