Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Апрель 2018, 17:51

“Сеймалды етештереү генә түгел, эшкәртеү ҙә мөһим”

Салауат районының Малаяҙ ауылында төньяҡ-көнсығыш төбәге ер эшкәртеүселәренең агрономик конференцияһы үтте, унда яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерлек тураһында һөйләшелде. Конференция эшендә БР Хөккүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры И.Фазрахманов, уның урынбаҫарҙары,райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, уларҙың ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ-лар етәкселәре, белгестәре,Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни- тикшеренеү институты, БДАУ ғалимдары,хеҙмәтләндереү компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.

Салауат районының Малаяҙ ауылында төньяҡ-көнсығыш төбәге ер эшкәртеүселәренең агрономик конференцияһы үтте, унда яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерлек тураһында һөйләшелде. Конференция эшендә БР Хөккүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры И.Фазрахманов, уның урынбаҫарҙары,райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, уларҙың ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ-лар етәкселәре, белгестәре,Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни- тикшеренеү институты, БДАУ ғалимдары,хеҙмәтләндереү компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.

ЕРГӘ ЫСЫН ХУЖА КӘРӘК
И. Фазрахманов 2018 йылда республика агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәрен билдәләне. “Уларҙы хәл итеү өсөн, үҙеңде ерҙең хужаһы итеп тойорға, ерҙә эшләүсе, аҙыҡ-түлек етештереүсе кешенең хөрмәттә булыуына ынтылырға кәрәк,” – тине тармаҡ етәксеһе. Быйыл республика буйынса сәсеү майҙаны – 2065 мең гектар, ужымдар 457 мең гектар тәшкил итәсәк. Райондарға сәсеү майҙандарын үткән йыл кимәлендә һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылған. Үткән йылда игенгә хаҡтарҙың түбәнәйеүен иҫәпкә алып, тары, борсаҡ, ноҡот борсағы, яҫмыҡ борсаҡ сәсеүгә баҫым яһаласаҡ. “Бөгөнгө көндә бәләкәй формалағы хужалыҡтарҙы үҫтереү, крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙы кооперативтарға берләштереү, уларға эшмәкәрлектәрен үҫтереү өсөн субсидиялар биреү иң актуаль бурыстар булып тора. Алдағы өс йылда ошо маҡсаттарға республика бюджетынан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған,” – тине Илшат Илдус улы. Ул ҡулланыусыларға әҙер продукциялар етештереүгә иғтибар йүнәлтергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үткән йылда төбәк халҡы аҙыҡ-түлек һатып алыуға 400 миллиард һум аҡса тотонған, был продукцияның яртыһынан аҙырағын урындағы ҙур һәм бәләкәй эшкәртеү предприятиелары етештергән, ә 250 миллиард һум аҡса сит ил тауарҙарын һатып алыуға тотонолған. Был нишаны, эшкәртеүҙе ойоштороп, урындағы етештереүселәр биләй ала. Килем килтереүсе проекттар программаһына ярашлы, ауыл хужалығы кооперативтарына эшкәртеү ҡорамалдары һатып алыу өсөн 3 миллион һумға тиклем аҡса бүленә.

Берҙәм мәғлүмәт системаһына күсеү
БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары И. Сураков үҙ сығышында, киләсәктә ауыл хужалығының үҫешен IT- технологияһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, тип билдәләне. Бөгөн ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр тураһында берҙәм федераль мәғлүмәт системаһын (ЕФИС ЗСН) булдырыу буйынса эштәр алып барыла. Ҡыҙыҡһынған кешеләр, ер участкалары хужалары был системаға инеү мөмкинселегенә эйә буласаҡ. Был система үҫемлекселектә үҙҡиммәтте кәметеүгә йүнәлтелгән. Бөгөнгө көндә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы төбәктәрҙәге агросәнәғәт комплексы идара органдары аша ауыл хужалығына ҡараған ерҙәр тураһында мәғлүмәт йыя: хоҡуҡ биреүсе документтың исеме, ИНН, үҫтерелеүсе культура, майҙан һ.б. Был эш БР территорияһында ла башҡарыла. Ауыл хужалығы биләмәләренең контурын электрон вариантта ебәрергә кәрәк. Был мәғлүмәт йыл һайын яңыртылып торорға тейеш.
Дәүләтт ярҙамы – ауыл хужалығын үҫтереүҙә мөһим сара
Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Р. Нуриәхмәтов быйыл яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн күрһәтелгән дәүләт ярҙамы йүнәлештәре менән таныштырҙы. Яҙғы сәсеү кампанияһын ваҡытында үткәреү маҡсатында, яғыулыҡ- майлау материалдары, запас частар, минераль ашламалар һатып алыу өсөн алынған ҡыҫҡа сроклы кредиттарҙың процент ставкаларын ҡаплау өсөн аҡса бүлеү планлаштырыла. 2017 йылдағы кеүек үк, һалымдар буйынса бурыстары һәм түләнмәгән штрафтары булмаған предприятиелар ғына дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Аҡсалата ярҙам биреүҙең яңы йүнәлеше булып тоҡомло малсылыҡты үрсетеүгә ярҙам күрһәтеү тора. Һыйыр малдарынан тыш, тоҡомло аттар, һарыҡтар, сусҡалар һатып алыуға субсидия биреләсәк. Яңы эш башлаусы фермерҙарға, ғаилә малсылыҡ фермаларына аҡсалата ярҙам итеү эше дауам итә. Ағымдағы йылда эшҡыуарлыҡтың ошондай формаларына ярҙам йөҙөнән шуға ярашлы 57 һәм 250 миллион һум аҡса бүленде лә инде. “Ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға дәүләт ярҙамы ҡаралған: вуздан һуң эш башлаусыларға – 500 мең һум, техникумдан һуң 300 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Конкурс нигеҙендә дәүләт ярҙамы алған йәш белгестәр ауыл хужалығы ойошмаларында кәмендә 3 йыл эшләргә тейеш,” – тип билдәләне Рәмил Рәмзил улы.
Майлы культураларҙы үҫтереүгә баҫым
“Селекция һәм агротехнологиялар” фәнни-производство үҙәге ЯСЙ-һы етәксеһе А. Хәйруллин БР-ҙа майлы культураларҙы арттырыу кәрәклегенә туҡталды. Ул аҡ гәрсис, яҙғы һәм ужым рапсы, майлы етен, шипкән, абиссин крамбеһы кеүек культураларҙың өҫтөнлөктәрен билдәләп үтте: “Улар күпселек яҙғы культуралар өсөн яҡшы элгәр булып тора, сидераттар сифатында ҡулланыла, уларҙы республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә үҫтереү иҡтисади яҡтан отошло. Майын һығып алғандан һуң ҡалған түпрә (жмых) яҡшы мал аҙығы булып тора”.
IT-технологиялар игенселәргә ярҙамға
Башҡорт дәүләт аграр университетының “Тракторҙар һәм машина- тракторҙар комплекстары” кафедраһы доценты И. Ғафуров ауыл хужалығы техникаһына спутник аша мониторинг үткәреү мөмкинселеге менән таныштырҙы. “Игенселектәге яңы технологиялар эш процесын яҡшыраҡ ойошторорға, агрегаттарҙың етештереүсәнлеген арттырырға ярҙам итә. Уларҙы индереү үҫемлекселек продукцияһының үҙҡиммәтен күпкә арзанайта. Эш баҫыуҙарҙың электрон карталарын төҙөүҙән башланырға тейеш. Аныҡ игенселек – спутник һәм компьютер технологиялары комплексын ҡулланыу нигеҙендә, сәсеү майҙандарының продуктлылығына идара итеү системаһы.
Ужым культураларын һаҡлауу маҡсатында
“Россельхозцентр” федераль дәүләт учреждениеһы белгесе Р. Баһауетдинов орлоҡтарҙы сәсеүгә әҙерләү һәм сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү мәсьәләләрен яҡтыртты. Ул орлоҡтарҙы йылы һауа шарттарында йылытыу һәм сәсеү алдынан ағыулауҙың мөһимлеген билдәләне. Орлоҡтарҙы мотлаҡ фитосанитар экспертиза үткәргәндән һуң ағыу менән эшкәртеү мөһим. Рәмил Сәрүәр улы ужым баҫыуҙары проблемаларына ентекле туҡталды. “Аҙ ҡарлы ҡыш нәтижәһендә, ужым культураларының туңып һәләк булыуы мөмкин. Ҡар иреп, уртаса тәүлек һауа температураһы 0 градустан күтәрелгәс, сәсеүлектәрҙең торошон тикшерергә кәрәк. Вегетация осоро башланып, ун көн үткәс, икенсе тапҡыр тикшереп сығырға кәрәк. Эшкәртеүҙе сәсеүлектәрҙең ҡуйылығына ҡарап башҡарыу мөһим. Әгәр үҫентеләрҙең һаны бер кв. метрҙа 300 төптән артығыраҡ булһа, тамырҙарына кислород үтеп инһен, микробиологик процестар активлашһын, сүп үләндәре һәләк булһын һәм дым һаҡлау өсөн тырматып сығыу ҙа етә. 1 квадрат метр 200–300 төп һаҡланып ҡалһа, 1 гектарға 30–45 кг иҫәбенән азофоска йәки нитроаммофоска индерергә кәрәк. Сәсеүлектәрҙе тағы ла 1 гектарға берәр литр иҫәбенән “Фитоспорин” менән “Гуми Богатый” йәки “Гумат-7” ҡатнашмаһы менән эшкәртеү талап ителә. Үҫемлектәрҙең ҡуйылығы 200-гә тиклем булған осраҡта сәсеүлектәрҙе ике тапҡыр өҫтәмә туҡландырырға кәрәк. Ҡуйылығы 100-гә тиклем булһа, баҫыуҙа сәсеүҙе яңынан башҡарыу талап ителә,” – тип һөйләне белгес. Ошолай уҡ ул вирусһыҙ нигеҙҙә “Амур”, “Ред Скарлет” сортлы картуф үҫтереү технологияһы тураһында һөйләне. Мәсетле районы хужалыҡтары: “Аҡтау” ЯСЙ-һы рәйесе И. Ниғәмәтйәнов һәм “Ленин” АПК-һы етәксеһе П. Ватолин үҙ эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. “БКС-Брокер” Өфө филиалы брокер бүлеге етәксеһе Д. Ковалев тыңлаусыларҙы ашлыҡ баҙарында биржа сауҙаһын ойоштороу мәсьәләләре менән таныштырҙы. “Основа” НПК-һы ЯСЙ-һы директоры урынбаҫары М. Шәмсүтдинов арпаны контракт нигеҙендә етештереү проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Был көндө урындағы етештереүселәр, Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни- тикшеренеү институты етештергән ауыл хужалығы продукциялары күргәҙмәгә ҡуйылғайны.
***
Традицион агрономик конференцияла район игенселәре 2018 йылда яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарыу мәсьәләләрен ҡараны. Аграрийҙар форумын район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов асты. Быйыл яҙғы сәсеү планы 8300 гектар тәшкил итә, ошоноң 6000 гектарын яҙғы иген культуралары биләйәсәк. Етәксе ҡуҙаҡлы культуралар майҙанын арттырырға кәңәш итте. Шамил Радил улы ауыл хужалығы техникаһын баҫыу эштәре башланыуға тейешенсә әҙер булмауын атап үтте: “Бөгөнгә тракторҙарҙың – 88, сәсеү техникаһының – 91, культиваторҙарҙың – 92, дискылы тырмаларҙың – 92, тешле тырмаларҙың 90 проценты төҙөк. 2018 йылда баҫыуҙарға түбәндәге техника сығарыласаҡ: дым ҡаплау, ужымдарҙы һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу өсөн 35 тырматыу агрегаты; 18 культивациялау агрегаты; 23 сәсеү агрегаты, уларҙың икеһе – “Обь-4”, “СЗС- 2,1” сәскестәре, шулай уҡ “Кузбасс” сәсеү комплексы бар; 13 катуклау агрегаты (“ЗККШ-6,0” тибындағы катоктар менән). Яҙғы баҫыу эштәре башланғанға тиклем ҡалған көндәр эсендә район хужалыҡтарына, барлыҡ көстәрҙе һәм ресурстарҙы туплап, ремонт эштәрен тамамларға кәрәк. Ауыл хужалығы машиналарын техник талаптарға ярашлы көйләүгә айырым иғтибар биреү мөһим. Яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарыуға район аграрийҙарына 110 тонна дизель яғыулығы (6,0 миллион һумлыҡ), 10 тонна бензин (430 мең һум) талап ителә. Әлеге ваҡытта хужалыҡтарҙа 30 тонна дизель яғыулығы (кәрәк булғандың 21 проценты), 4 тонна бензин (40%) бар. “Яҙғы баҫыу эштәре алдынан хеҙмәтте һаҡлау, хәүефһеҙлек техникаһы сараларын бойомға ашырыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҙур әһәмиәткә эйә. Һәр хужалыҡта алдан хеҙмәткәрҙәрҙе медицина тикшереүен, механизаторҙарҙы, үҫемлекселек эшсәндәрен уҡытыуҙы ойошторорға, улар менән инструктаждар үткәрергә кәрәк. Барлыҡ был саралар травматизм һәм бәхетһеҙлек осраҡтарын киҫәтеүгә йүнәлтелгән,” – тине Ш. Мөхәмәтдинов. Ауыл хужалығы культураларын “Изагри” комплекслы шыйыҡ ашламаһы менән туҡландырыу үҙенсәлектәре тураһында ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, БДАУ доценты М. Дәүләтшин һөйләне. “Комплекслы шыйыҡ ашламалар ҙур өҫтөнлөктәргә эйә. Улар орлоҡтарҙың шытыусанлығын 15 процентҡа яҡшырта, культураларҙың ныҡлы тамыр системаһы барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, бәшмәк ауырыуҙары менән зарарланыу кимәлен кәметә, ужым культуралары яҡшыраҡ ҡышлай. Был ашламалар игендәге аҡһымды – 17, елемсәне (клейковина) 30 процентҡа тиклем арттыра. Картуфтан һәм йәшелсәләрҙән өҫтәмә рәүештә –гектарынан 5 тоннаға тиклем, иген культураларынан гектарынан 4–17 центнерға тиклем өҫтәмә уңыш алып була. Ҡаты ашламаларҙан айырмалы, шыйыҡ ашламалар үҫемлектәр тарафынан максималь үҙләштерелә. Уларҙың составында үҫемлектәр өсөн мөһим аминокислоталар, туҡлыҡлы матдәләр, бор, тимер, марганец, баҡыр, молибден, цинк кеүек микроэлементтар күп,” – тип аңлатты ғалим. Шулай уҡ “Техресурс” ЯСЙ-һы директоры А. Әхмәтов, “Үҙәк” МТС-ы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы генераль директоры урынбаҫары А. Фәттәхов, “Яңы технологиялар” ЯСЙ-һының БР буйынса филиалы етәксеһе И. Вәлиев, “Башкирский” агрономия хеҙмәте үҙәге баш агрохимигы Т. Рамазанов игенселәр өсөн файҙалы мәғлүмәттәр бирҙе. Конференцияға район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р. Әхмәтшин йомғаҡ яһаны. “Тупраҡта дым запасы түбән булыуы сәбәпле, сәсеүҙе иртә срокта башҡарып сығыуға әҙер булыу мөһим. Тәү сиратта ужым культуралары торошон тикшерергә, үҫеш стимуляторҙары өҫтәп, минераль ашламалар менән өҫтәмә туҡландырырға кәрәк. Малсылыҡ өсөн мал аҙығы базаһын яҡшыртыу, вегетация осороноң насар факторҙарынан һаҡланыу маҡсатында күп йыллыҡ үләндәр ҡатнашмалары үҫтерелгән майҙандарҙы арттырырға кәрәк,” – тип кәңәш итте Рәшит Рәис улы.
Л. Саҙретдинова. Фотоларҙы гәзиттең сайтында ҡарарға мөмкин.

Читайте нас: