Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Сентябрь 2018, 14:33

Халыҡ сәләмәтлеге һағында

Гөлфиә Йәнтүрә ҡыҙы Вәлиуллинаны Арыҫлан ауылында барыһы ла яҡшы белә һәм ихтирам итә. Ул күп йылдар ауыл халҡына квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтә.

Гөлфиә Йәнтүрә ҡыҙы Вәлиуллинаны Арыҫлан ауылында барыһы ла яҡшы белә һәм ихтирам итә. Ул күп йылдар ауыл халҡына квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтә.

Гөлфиә Йәнтүрә ҡыҙы – юғары категорияға, ҙур стажға эйә тәжрибәле белгес. Ул сығышы менән Сүрбай ауылынан, Арыҫлан ауылына килен булып төшкән. Һатҡы медицина училищеһын тамамлаған һәм бына 29 йыл фельдшер- акушерлыҡ пунктында эшләй. Хәҙерге ваҡытта район үҙәгенән алыҫ ятҡан ауылдарҙа ФАП-тар сирлеләр өсөн “өмөт утрауы” булып тора. Изге күңелле, иғтибарлы булғаны өсөн, урындағы халыҡ Гөлфиә Йәнтүрә ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтле. Г. Вәлиуллинаның төп ярҙам- сыһы – акушерка Альбина Зиннәтуллина. Әйткәндәй, ул да Һатҡы медицина училищеһында белем алған. Бөгөн ауылдағы йөклө ҡатындарҙы, яңы тыуған балаларҙы күҙәтә. Гөлфиә Вәлиуллина Арыҫлан ауылындағы 681 кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың күптәре пенсия йәшендә. 17 йәшкә тиклемге балалар 98. Фельдшер әйтеүенсә, халыҡ медицина пунктына йышырағын тәүге медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. ФАП-та ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн барлыҡ кәрәкле әйберҙәр, дарыуҙар бар. Саҡырыу буйынса район үҙәгенән тиҙ ярҙам бригадаһы килә. Медицина учреждениеһы бүлмәләре яҡты һәм йылы. Газ ҡаҙаны эшләй, канализация, һыу үткәрелгән. Территорияны ғына бер ни тиклем тәртипкә килтерәһе бар. Фельдшер - акушерлыҡ пункты коллективы татыу эшләй, халыҡҡа төрлө сирҙәр һәм күңелһеҙлектәр менән көрәшергә ярҙам итә. Бындай белгестәр ауылға тағы ла әллә күпме файҙа килтерәсәк, тип иҫәпләй ауылдаштары. Арыҫлан ФАП-ында бына ошондай намыҫлы, үҙ эшен яратыусан хеҙмәткәрҙәр эшләй. Улар ауырлыҡтарға зарланмай, үҙ бурыстарын тыныс һәм еренә еткереп башҡара. Ауылда медицинаны ошондай белгестәр тотоп тора ла инде. Гөлфиә Йәнтүрә ҡыҙы өйөндә яҡшы хужабикә, ике балаһы өсөн хәстәрлекле әсә. Балалары уның юлын һайламаған, башҡа өлкәләрҙе үҙ иткән. Ауылда йәшәүселәрҙең һәр ҡайһыһы кеүек үк, хужабикәнең ҙур шәхси хужалығы, баҡсаһы бар, эштән буш ваҡыттарын уларға арнай.
Н. Тәүәбилов.
Автор фотоһы.

Читайте нас: