Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Октябрь 2018, 14:01

“Тағылма” операцияһына йомғаҡ яһалды

Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу барышындағы боҙоуҙарҙы киҫәтеү маҡсатында районда 10–28 сентябрҙә “Тағылма” исеме аҫтында ун көнлөк үтте.

Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу барышындағы боҙоуҙарҙы киҫәтеү маҡсатында районда 10–28 сентябрҙә “Тағылма” исеме аҫтында ун көнлөк үтте.

“Тағылма” операцияһы барышында район буйынса 14 рейд уҙғарылды, 46 берәмек техника тикшерелде. Рейдтар барышында хәүефһеҙлек талаптарын боҙоп, техник тикшереүһеҙ, гражданлыҡ яуаплылығын страховка- лауһыҙ ҡулланылған техникаға айырым иғтибар бирелде. Халыҡ араһында аңлатыу эштәрен даими уҙғарыуға ҡарамаҫтан, тракторҙарҙы эксплуатациялау талап- тарын боҙоу осраҡтары асыҡланып тора. Рейдтар барышында түбәндәге боҙоуҙар асыҡланды: – төҙөк булмаған техниканы файҙаланыу – 1 осраҡ; – техник тикшереү үтмәгән тех- никаны эксплуатациялау – 3; – ОСАГО полисы булмайынса техниканы файҙаланыу – 2; – тракторсы - машинист таныҡлығы булмаған кешенең техникаға идара итеүе – 1. Һөҙөмтәлә 5 физик берәмек яуаплылыҡҡа тарттырылды. Һуңғы 3 йылдағы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы анализлау ОСАГО полисы һәм тракторсы-машинист таныҡлығы бул- маған килеш техниканы эксплуатациялау осраҡтарының кәмеүен күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта Дәүләт техник күҙәтеүе органдарында теркәлмәгән техниканы файҙаланыу буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар артҡан. Шулай уҡ анализ күрһәтеүенсә, боҙоуҙар юридик берәмектәр тарафынан кәмегән һәм физик берәмектәр яғынан артҡан.
Т. Хизбуллин,
Дәүләт техник күҙәтеүенең
Ҡыйғырайоны буйынса инспекцияһы
башдәүләт инженер-инспекторы.

Читайте нас: