Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Октябрь 2018, 14:09

ВАТИКАНДАН СӘЛӘМ МЕНӘН

Советтар Союзы Геройы Д. Ракшин исемендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Р. Мирғәлин сираттағы яңылығы менән уртаҡлашты: музей адресына “дәүләт эсендәге дәүләт” Ватикандан иҫтәлекле открытка килгән икән.

Советтар Союзы Геройы Д. Ракшин исемендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Р. Мирғәлин сираттағы яңылығы менән уртаҡлашты: музей адресына “дәүләт эсендәге дәүләт” Ватикандан иҫтәлекле открытка килгән икән. Уны Европа илдәре буйлап сәйәхәт иткәндә тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Р. Асҡаров ебәргән. Беҙ сәйәхәтсе менән осрашып, күргәндәре тураһында һөйләүен һораныҡ.

– Рәмил Рәхимйән улы, ниндәй программа
буйынса ниндәй илдәрҙә булдығыҙ?

– Быйыл Европа илдәрендә 5,4 миллион рәсәйле сәйәхәт иткән. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 166 турист иҫәбендә “Туртранс-Вояж” линияһы буйынса мин 16 ҡалала булдым, Польша, Чехия, Австрия, Италия һәм Ватиканды күрҙем, уларҙың тарихы һәм бөгөнгө тормошо менән таныштым.

– Был сәфәрҙән ниндәй тәьҫораттар
алдығыҙ?

– Мин ҡабатланмаҫлыҡ тәбиғәт күренештәре менән һоҡланып туйманым, Альп тауҙарын, Дунай, Тибр йылғаларын, Вертерзее күлен, Везувий вулканын оноторлоҡ түгел… Тарихсы булараҡ, Рәсәй һәм Австрия яугирҙәре Наполеон армияһына ҡаршы алышҡан урында булыу миңә ҙур шатлыҡ килтерҙе. Венала, мәңгелек ҡала Римдә, “дәүләт эсендәге дәүләт” Ватиканда булыу минең өсөн ысын бәхет булып торҙо. Бөтә был илдәрҙә ЮНЕСКО ҡурсауы аҫтында тарихи һәйкәлдәр һаҡланып ҡалған. Халыҡ үҙ тарихына һаҡсыл ҡарай, үткәндәрҙе “яҡшы”ға һәм “насар”ға айырмай. Һәйкәлдәр, һарайҙар, замоктар, соборҙар – барыһы ла яҡшы торошта һәм кешеләр өсөн асыҡ. Урындағы халыҡтың һәм ситтән килеүселәрҙең күплегенә ҡарамаҫтан, урамдар, юлдар һәм парктар тап-таҙа. Мин бик күп милләт вәкилдәре, йәштәр менән аралаштым. Ундағы халыҡтың әҙепле булыуы, мәҙәнилеге хайран ҡалдырҙы. Өс аҙна сәфәр дауамында хатта яңылыштан ғына ла этеүсе булманы. Кешеләр өлкәндәргә һәм бер-береһенә ҡарата ихтирамлы. Шул уҡ ваҡытта тарихи урындарҙа урамдарҙың киңлеге 80 сантиметрҙан артыҡ түгел. Бер ҡайҙа ла ташландыҡ, сүп үләндәре баҫҡан участкалар һәм өйҙәр күрмәнем. Бар ерҙә урамдар торошо бик яҡшы. Европа илдәрендә йәшәүселәр һуңғы йылдарҙа велосипедтарҙы күберәк файҙаланырға тырыша, шуға ла халыҡ яҡшы физик формала һәм теремек.

– Ошондай ҡыҙыҡлы һәм фәһемле сәфәрҙән
һуң гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй теләктәрегеҙҙе
еткерер инегеҙ?

– Беҙҙең тыуған илебеҙ, районыбыҙ үҫешкән илдәрҙән бер яғы менән дә кәм түгел. Беҙгә булғандарҙың ҡәҙерен белергә кәрәк. Туризмды үҫтереү өсөн, бай һәм матур тәбиғәтебеҙ, тарихи ваҡиғаларға бәйле урындарыбыҙ, билдәле фән, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәребеҙ бар. Ләкин беҙ рухи яҡтан тәрбиәле түгелбеҙ, йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләп еткермәйбеҙ. Ошолар өҫтөндә эшләргә, үҙ-үҙебеҙҙе һәр районыбыҙҙы яҡшыртырға тырышырға кәрәк.
Л. Ибраһимова яҙып алды.
Читайте нас: