Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Май 2019, 12:57

Башҡортостанда әсәнең һәм ике баланың ғүмерен өҙгән янғын тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Дәүләкән ҡалаһында төнгө янғын 30 йәшлек ҡатындың һәм уның 6 йәшлек ҡыҙы менән 10 йәшлек улының ғүмерен өҙгән. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ һөйләүенсә, һуңғы ваҡытта ҡатын эскеләгән, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, балаларын ташламаған — улар хаҡында хәстәрлек күргән.

Дәүләкән ҡалаһында төнгө янғын 30 йәшлек ҡатындың һәм уның 6 йәшлек ҡыҙы менән 10 йәшлек улының ғүмерен өҙгән. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ һөйләүенсә, һуңғы ваҡытта ҡатын эскеләгән, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, балаларын ташламаған — улар хаҡында хәстәрлек күргән. Шулай ҙа ғаилә урындағы опека бүлегендә иҫәптә торған.
«Балалар таҙа, бөхтә йөрөнө, — тине әңгәмәсе. — Ул алкоголь менән ныҡ мауыҡмай ине, ләкин кискеһен фажиғә булыр алдынан ул эскән – өйөндә түгел, ә икенсе ерҙә. Ҡатын ике йыл элек тол ҡалды. Һуңынан ул бер ир менән йәшәй башланы, гел әрләшә инеләр».
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 7 майҙа төндә тәүҙә верандаға ут тоҡанған, өйҙәге бүлмәләр төтөн менән тулған. Карауатта йоҡлап ятҡан балалар, шулай уҡ уларҙы әсәһе һөрөм еҫенән ағыуланған. Ялҡын телдәре мунсаны ла ялмап алған – ҡыйыҡ янып бөткән. Йорт ике ғаиләгә төҙөлгән – икенсе яртыһына ут барып етмәгән.
Өйҙә янғын тураһында хәбәр иткән прибор ҡуйылмаған. Хәҙер янғын сығыуҙың бер нисә версияһы ҡарала, улар араһында – электр сымының төҙөк булмауы һәм ут төртөү.
«Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Фажиғә урыны тикшерелә, шаһиттарҙан һорау алына, экспертиза тикшереүе тәғәйенләнгән», — тип белдерҙеләр республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: