Беҙҙең Ҡыйғы
+31 °С
Облачно
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Мая 2019, 07:53

Республикала ике автомобиль бәрелешкән: водитель һәм уның ҡатыны һәләк булған

Мәләүез районында 7 майҙа иртән юл фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостандың ЮХХДИ-һы мәғлүмәте буйынса, автоавария Салауат ҡалаһы янында булған.

Мәләүез районында 7 майҙа иртән юл фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостандың ЮХХДИ-һы мәғлүмәте буйынса, автоавария Салауат ҡалаһы янында булған. Ҡаршыға килгән Chevrolet Aveo һәм «ВАЗ-2107» бәрелешкән.
«Илебеҙ автомобиленең 69 йәшлек водителе урында һәләк булған, уның ҡатыны дауаханала йән биргән. Икенсе водитель дә дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының йыш осраған сәбәптәре тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
Читайте нас