Баймаҡ районында, «Мәк» оператив-профилактик операция барышында, полиция хеҙмәткәрҙәре 18 гектар тарма тапҡан. Ташландыҡ баҫыуҙарҙа үҫкән ҡырағай тарма менән алты участка трактор ярҙамында бөтөрөлдө. Ауыр техника көн һайын бер нисә гектар үтте, тип хәбәр иттеләр Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәтендә.
«Мәк-2019» ведомство-ара операцияһы бөгөн тамамлана, полицейскийҙар законһыҙ сәсеүлектәрҙе асыҡлауын дауам итә.
Эске эштәр министрлығында билдәләүҙәренсә, бындай эште наркотиктар әйләнешен контролә тотоу буйынса бүлексә хеҙмәткәрҙәре бөтә республика буйлап алып бара.