2020 йылдың башланыуына саҡ бер аҙна тулды, ә районда 2 янғын осрағы теркәлгән дә инде.
Тәүге янғын осрағы Арыҫлан ауылында була. Унда хужаһыҙ торған өйҙә ут сыға.
Ауыл кешеләренең уяулығы һәм ирекле янғын һүндереү командаһының йылдам эш итеүе арҡаһында тирә-яҡ өйҙәр һаҡлап алып ҡалына.
Яңы махсус техника район үҙәгенән ярҙам килеп өлгөргәнсе утҡа ҡаршы уңышлы көрәшергә ярҙам иткән дә инде.
Ташландыҡ өйҙә янғын һүндерелмәй ҡалдырылған тәмәке төпсөгөнән сыҡҡан, тигән фараз бар. Ғәйепле кеше асыҡланған, әле тикшереү бара.
Икенсе осраҡ Ибрай ауылында була. Унда мунса янып китә. Бында ла ирекле янғын һүндереүселәр тәүгеләрҙән булып ут менән көрәшкә ташлана һәм өйҙө, башҡа йорт ҡаралтыларын һаҡлап алып ҡала.
Әйткәндәй, былтыр районда тәүге янғын осрағы 20 ғинуарҙа ғына теркәлгән.
Ниҙер тоҡанып китһә йә иһә янғын сығыуына шик тыуһа, кисекмәҫтән 8 (34748) 3-07-61, 01 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратырға кәрәк.
В первые дни года в районе зарегистрированы 2 случая пожара
Первый случай зафиксирован в с. Арсланово, где загорелся дом, в котором на протяжении долгих лет уже никто не проживал. Благодаря бдительности селян и грамотным действиям добровольной пожарной команды удалось отстоять от огня соседние дома.
По предварительной версии, пожар в доме возник из-за брошенного непотушенным окурка сигареты, предполагаемый виновник установлен, сейчас выясняются все обстоятельства произошедшего.
В с. Ибраево загорелась баня. И здесь добровольцы первыми приняли удар на себя и не дали огню охватить дом, другие хозяйственные постройки.
В 2019 году первый «огненный» случай в районе был зафиксирован только в 20-х числах января.