Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Сентябрь 2020, 17:54
Ашығыу һәләкәткә илтә
Һуңғы ваҡытта Ҡыйғы районы территорияһында юл-транспорт ваҡиғаларында кешеләрҙең зыян күреү осраҡтары артты. Ләүзә ауылы эргәһендә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
Һуңғы ваҡытта Ҡыйғы районы территорияһында юл-транспорт ваҡиғаларында кешеләрҙең зыян күреү осраҡтары артты. Ләүзә ауылы эргәһендә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
19 августа киске 8 сәғәттә Малаяҙ–Үрге Ҡыйғы–Өнкөрҙө автомобиль юлының 69-сы километрында, Ләүзә ауылы эргәһендә 71 йәшлек урындағы водитель, “Лада Приора” автомобиленә идара итеп, 65 йәшлек ҡатынды бәрҙерә. Алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, был ҡатын юл аша һыйырҙар ҡыуған булған. Һөҙөмтәлә зыян күреүсе ашығыс медицина ярҙамы машинаһы килеп еткәнсе ваҡиға урынында вафат була.
Быға тиклем Түбәнге Ҡыйғы ауылында етди юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. “Лада Гранта” автомобиле водителе төндә машинаға идараны юғалта һәм хәрәкәт барышында транспорттың канауға ауыуына юл ҡуя. Ваҡиға һөҙөмтәһендә бәлиғ булмаған пассажирҙар төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды.
Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар!
Ҡыйғы районы буйынса дәүләт автоинспекцияһы иҫегеҙгә төшөрә:
юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү һәм теүәл үтәү, тиҙлек режимын һаҡлау – бәхетһеҙлек осраҡтарын киҫәтеү нигеҙе!
Йәйәүлеләрҙең өҫ кейемендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар ҡулланыуын һорайбыҙ, улар тәүлектең ҡараңғы ваҡытында һеҙҙе алыҫтан шәйләргә мөмкинлек бирәсәк. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Һеҙҙең хәүефһеҙлек – һеҙҙең ҡулдарҙа!
Е. Куклин,
ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?