Беҙҙең Ҡыйғы
+15 °С
Облачно
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Сентября 2020, 12:12

Башҡортостанда «Киа Рио» водителе туйҙан һуң ике ай үткәс юл фажиғәһендә һәләк булған

Туймазы ҡалаһынан 29 йәшлек Шамил Х.-ның ғүмере фажиғәле өҙөлдө. Ул тыуған районында юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булды. 20 сентябрҙә йәш ир үҙенең «Киа Рио» автомобиленә идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә төшөп киткән. Водитель үлемесле йәрәхәттәр алған.

Туғандары һүҙҙәренсә, өс ай элек Шамил һөйгән ҡыҙы менән никах уҡытҡан. Ә июль уртаһында улар гөрләтеп туй үткәргән.
«Шамил, ҡәҙерлем, алтыным минең, мин һине бик яратам, һинһеҙ йәшәүемде күҙ алдына ла килтермәйем, ауыр тупрағың еңел булһын», — тип яҙған туғандары уның хаҡында.
Дәүләт автоинспекторҙары фажиғәле автоһәләкәттең сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: социаль селтәрҙәр һәм Башҡортостан Республикаһының ЮХХДИ
Читайте нас