Беҙҙең Ҡыйғы
+13 °С
Облачно
Хәтер һәм дан йылы
3 Февраля 2020, 08:39

Яҡындары онотмағанда, ил дә онотмаҫ

Әсәйем яғынан олатайым Ильясов Ҡорбан Ильяс улы 1895 йылда Ибрай ауылында донъяға килә.

Әсәйем яғынан олатайым Ильясов Ҡорбан Ильяс улы 1895 йылда Ибрай ауылында донъяға килә.
Уның өлөшөнә бик күп һынауҙар төшә. Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнаша, яралана. Коммунистар партияһы ағзаһы булараҡ, Ҡорбан Ильясов колхоз төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша, “Коминтерн” колхозының беренсе рәйесе була. Кулактар фетнәһе ваҡытында мөғжизә менән иҫән ҡала.
Уға ялған донос арҡаһында Сталин төрмәләре подвалдарында 6 ай тотҡонда булырға тура килә. Партиянан сығаралар, ләкин артабан аҡлана.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, доброволец булып фронтҡа китә. Ул хеҙмәт иткән часть 1942 йылда Сталинград эргәһендә була. Олатайым өйөнә, ғаиләһенә бик йыш хат яҙа. Уны өйөндә һигеҙ балаһы көтә, иң кесеһе ул фронтҡа киткәс тыуа. Үкенескә ҡаршы, фронттан килгән хаттар юғалған. Олатайым тураһында мин өләсәйем Мәғзүмәнең һөйләүе буйынса ғына беләм. Ул да күптән мәрхүмә инде. Өләсәйемә бик ҡыйынға тура килгәндер, һигеҙ баланы ҡарауҙан тыш, иртәнән кискә тиклем колхозда эшләй. Илдә аслыҡ хөкөм һөрә, үлем тантана итә. Тылда еңел булмай, тотош ғаиләләр аслыҡтан ҡырыла. Өләсәйемә һәйкәл ҡуйырға була, ул ҡатмарлы шарттарҙа ете балаһының ғүмерен һаҡлап алып ҡала, уларҙы яҡшы кешеләр итеп үҫтерә. Өләсәйем һөйләүенсә, фронтта олатайым Ҡорбан Йүкәлекүл ауылынан бер яҡташы менән бергә алыша (исеме иҫтә ҡалмаған). Был яугир яраланғас, өйөнә ҡайта. Олатайымдың яҡындары эргәһенә килеп китә, фронттан сәләм еткерә, беҙҙең һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында һөйләй.
… 1942 йылда хат ташыусы өләсәйемә Ҡорбан Ильясовтың 1942 йылдың майында Сталинград эргәһендә хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр еткерә. Ошолай итеп, беҙ олатайымды күп йылдар хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнек. 2018 йылда мин “Халыҡ хәтере” сайты аша уны эҙләй башланым һәм олатайым күмелгән урынды таптым. Ҡ. Ильясов һуғышта ҡаты яралана һәм Волганың һул ярындағы 3805-се госпиталгә оҙатыла. Үкенескә ҡаршы, ул ҡаты яраларҙан арына алмай, 1942 йылдың 13 октябрендә госпиталдә донъя ҡуя. Олатайымды хәҙерге Волгоград өлкәһе Жирнов районында Ҡыҙыл Яр ҡасабаһында туғандар ҡәберендә ерләйҙәр.
Хәрби госпиталдең ҡасаба мәктәбендә урынлашҡанлығын белеп, ошо мәктәптең хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә сыҡтым, ләкин мәктәп музейында олатайым тураһында белешмәләр юҡ икән. Мин РФ Оборона министрлығы архивына запрос ебәрҙем, әле яуап көтәбеҙ.
Ейән-ейәнсәрҙәре Ҡорбан Ильясов ерләнгән урында, мемориаль таҡта эргәһендә булып ҡайтты. Улар яугирҙең тыуған еренә туғандар ҡәберенән бер ус тупраҡ алып ҡайтты.
Үҙ геройҙарығыҙҙы онотмағыҙ. Сөнки яҡындары онотмағанда, тотош ил дә онотмай.
Р. Шаһиев,
Ибрай ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас