Беҙҙең Ҡыйғы
+13 °С
Облачно
Хәтер һәм дан йылы
18 Февраля 2020, 09:18

"75 билдәһеҙ факт. Башҡортостан Республикаһы һуғыш йылдарында"

Теләгән һәр кем bash.news сайтында анкета тултырып, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы билдәһеҙ йә иһә аҙ билдәле факттар тураһында хәбәр итә ала.

3 февралдән bash.news сайтында теләгән һәр кем анкета тултырып, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы билдәһеҙ йә иһә аҙ билдәле факттар тураһында хәбәр итә ала.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы иғлан иткән акция бер нисә этаптан тора:
3 февралдән 20 апрелгә тиклем сайтта анкета тултырып, билдәһеҙ факт тураһында хәбәр итергә мөмкин.
4 майға тиклем алынған мәғлүмәттәр эксперт комиссияһы тарафынан ҡараласаҡ. Уның эсенә тарихсылар, журналистар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инә. Был эш һөҙөмтәһендә эксперттар 75 иң ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле тарихи факт тураһында исемлек төҙөйәсәк.
Иң сағыу ваҡиғалар тураһында тамашасылар 9 майҙа көн оҙоно Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында барасаҡ телемарафонда белә аласаҡ. Әлбиттә, артабан теләгән һәр кем асыҡланған материалдарҙы өйрәнә ала.
Тарихҡа үҙ һүҙегеҙҙе индерергә ашығығыҙ!
Читайте нас