Беҙҙең Ҡыйғы
+13 °С
Ясно
Хәтер һәм дан йылы
11 Марта 2020, 12:57

Госпиталь – фронт линияһы

Ҡыйғы район хәрби комиссариаты фронтҡа саҡырған ҡыҙҙарҙың 20-нән ашыуы һуғышты хәрби табиптар һәм шәфҡәт туташтары булараҡ үтә.

Ҡыйғы район хәрби комиссариаты фронтҡа саҡырған ҡыҙҙарҙың 20-нән ашыуы һуғышты хәрби табиптар һәм шәфҡәт туташтары булараҡ үтә.
Ҡыйғы һайлау округынан БАССР Юғары Советы депутаты, Башҡортостан медицина институты студенты, 24 йәшлек Һылыу Әхмәтова фронтҡа 1942 йылдың мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында китә. Ул генерал Шайморатов етәкселегендә дивизияның барлыҡ командованиеһы урынлашҡан тәүге эшелонға эләгә. “Һылыуҡай” (Мәрйәм Бураҡаева хәрби табип С. Әхмәтова хөрмәтенә үҙенең китабын шулай тип атай) Сталинградтан Берлинғаса данлыҡлы дивизия менән һуғыш юлдарын үтә.
Миңә Һылыу апай менән бер нисә тапҡыр аралашыу, уның өйөндә булыу бәхете тейҙе. Йорт стенаһында ата-әсәһенең, берҙән-бер мөхәббәте – ире Тәүфиҡ Саттаровтың (уның менән 267 көн генә йәшәп ҡалалар, хәрби табип булған ире 1943 йылдың февралендә һәләк була), үҙенең 1945 йылдың 9 майында Рейхстаг алдында төшкән фотоһы эленеп тора ине. Уның хеҙмәт характеристикаһында билдәләп үтелеүенсә, хәрби фельдшер Һ. Әхмәтова хәрәкәт итеүсе армияла фиҙакәр хеҙмәт итә, яралы яугирҙәр һәм командирҙар ғүмерен ҡотҡара. Яралылар күпләп килгән көндәрҙә, айырыуса 1942 йылдың 19 ноябренән 1943 йылдың 25 февраленә тиклем осорҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Операциялар бүлмәһендә 2–3-әр тәүлек ялһыҙ һәм йоҡоһоҙ эшләй. Үҙе генә 700-ҙән ашыу яралыға бәй һала, яугирҙәрҙе ҡотҡарыу өсөн ҡан тапшыра. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
Сания Тереғолованың да Башҡортостан медицина институтында уҡыуын һуғыш өҙә. Фронтҡа саҡырыла һәм авиация часында хәрби фельдшер булып хеҙмәт итә. 1945 йылдың октябрендә демобилизациялана. 1952 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтын тамамлай һәм хаҡлы ялға тиклем табип-терапевт булып эшләй. Тыйнаҡ, эшһөйәр һәм ярҙамсыл табипты Ҡазанда яҡшы беләләр. Ул хәрби миҙалдар, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән наградлана. 2001 йылда, Өфө ҡалаһына, һуңынан Ҡазанға күсеп китеүенә 70 йыл үткәс, Сания Низаметдин ҡыҙы Үрге Ҡыйғы ауылына һәм тыуған Йыланлы ауылына килде.
Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн госпиталь еңеүҙе яҡынлаштырыусы фронт линияһы булып тора.
Ләүзә ауылынан һуғышта ҡатнашыусы шәфҡәт туташы, кесе лейтенант Васильева Елизавета Михайловнаның иҫтәлектәре һаҡланып ҡалған:
“Тәүлегенә 20-шәр һәм күберәк сәғәт эшләргә тура килде. Ҡайһы саҡта алһыҙ-ялһыҙ яралыларҙы ҡабул итәбеҙ. Персонал хәлдән тайып арыны, табиптар, шәфҡәт туташтары ысын мәғәнәһендә аяҡтан яҙа торғайны, ҡайһы берәүҙәр аяҡ өҫтө йоҡлап та китә ине. Ләкин эшләргә, мөмкин булғанса ярҙам күрһәтергә кәрәк. Ҡайһы саҡ сменанан арып-талып сығаһың, ял итеп алырға кәрәк, ә йоҡлап булмай, ҡолаҡта яралыларҙың ыңғырашыуҙары, ҡысҡырыуҙары яңғырай… Һуғыш бөткәнгә ярты быуат инде, ә быны онотоу мөмкин түгел… Йышырағын төндә, көтмәгәндә ул госпиталь тормошонан айырым күренеш күҙ алдына бик асыҡ һәм теүәл килеп баҫа. Йәш кенә малайҙар… ярҙамға мохтаж хәлдә табиптарҙың ҡулдарында һалынып төшкәндәр, ә ҡайһы берәүҙәренең инде сәстәре ағарғанын күрәһең… Беҙ ҡайһы саҡ тормоштоң насар булыуына зарланабыҙ. Минеңсә, иң ҙур байлыҡ – ул беҙҙең һуғышһыҙ йәшәүебеҙ, беҙҙең балаларыбыҙҙың ул ҡот осҡос хәлдәрҙе күрмәүе. Минең иң ҙур теләгем – киләһе быуындар ундайҙы бер ҡасан да күрмәһен”.

Р. Асҡаров.

Мәҡәләнең тулы вариантын “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең 2020 йылдың 28 февралендәге 9-сы һанында уҡырға мөмкин.
Әгәр һеҙ беҙҙең гәзиткә яҙылмаған булһағыҙ, һәр яңы һанды райондың теләһә ҡайһы почта бүлексәһенән, шулай уҡ редакцияла һатып алырға була.
Шулай уҡ беҙҙең гәзиткә онлайн (ҡағыҙ йә иһә электрон версияһына) яҙылыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн сайтта “Яҙылыу” бүлегенә инергә кәрәк.
Һүрәттә: Һ. Әхмәтова. 1944 й.
Читайте нас