Беҙҙең Ҡыйғы
+13 °С
Облачно
Хәтер һәм дан йылы
13 Марта 2020, 20:39

Ветеран күңеле менән йәш әле

82-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Биктимер Хәбибуллин янына барҙы.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан 82-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часының хеҙмәткәрҙәре Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Биктимер Хәбибуллин янында булып китте.
Һаулығының торошо бик үк яҡшынан булмауы ветеранға байрам сараларында ҡатнашырға мөмкинлек бирмәй. Шуға күрә янғын һүндереү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре уның хәлен өйөнә барып белергә ҡарар иткән. Биктимер Ситдиҡ улы һуғыштың тәүге көндәре, ул осорҙағы хәл-ваҡиғалар, Советтар Союзы халҡының немец-фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштағы батырлығы, фронт тормошонда кисергән ҡыйынлыҡтар хаҡында ентекләп һөйләп үтте.
Артабан Б. Хәбибуллин үҙенең тыныс тормош йылдарындағы хеҙмәте, үҙе урмансылыҡ менән етәкселек иткән йылдарҙа ултыртылған, хәҙер инде тигеҙ рәттәрҙә үҫеп ултырған ҡарағай урманы хаҡында бәйән итте.
Б. Хәбибуллин янғындан һаҡлау хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт белдерҙе һәм, киләсәк быуын тыныс тормошта йәшәй алһын өсөн, Ер шарында тыныслыҡты һаҡларға саҡырҙы.
Читайте нас