Беҙҙең Ҡыйғы
+13 °С
Облачно

“Ил саҡырғас, яуға киттек!”

Бөгөн Ҡыйғы районында 5 һуғыш ветераны йәшәй. ХӘБИБУЛЛИН БИКТИМЕР СИТДИҠ улы - шуларҙың береһе.

ХӘБИБУЛЛИН БИКТИМЕР СИТДИҠ улы
1927 йылда Йыланлы ауылында донъяға килгән. Бөгөн Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәй.
1944 йылда повестка ала. 215-се Ҡыҙыл Байраҡлы, Суворов, Кутузов орденлы Смоленск уҡсылар дивизияһы составында Приморьеға ебәрелә. Японияға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. III дәрәжә Дан ордены, Жуков, “1945 йылда Кореяны япон империалистарынан азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградлана. Өйөнә 1951 йылда әйләнеп ҡайта.
БАССР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы. Ҡыйғы районының Почетлы гражданы.
Читайте нас