Беҙҙең Ҡыйғы
+13 °С
Ясно

Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!

Һуғыш ветераны ҒИЛМУТДИНОВ ҒӘБДЕЛӘХӘТ ҒӘЛӘЛЕТДИН улы хәрби хеҙмәткә 17 йәшендә китә.

ҒИЛМУТДИНОВ ҒӘБДЕЛӘХӘТ ҒӘЛӘЛЕТДИН улы
1927 йылда Вәҡиер ауылында донъяға килгән.
Армияға 1944 йылдың 2 февралендә саҡырыла һәм Харьковҡа, артабан Днепропетровск ҡалаһына ебәрелә.
Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәрендә уҡығандан һуң Нижнеднепровск ҡалаһында тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
“1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалы менән наградланған. Тыуған яҡтарына 1951 йылда әйләнеп ҡайта.
Вәҡиер ауылында йәшәүсе хөрмәтле ветеран ҒӘБДЕЛӘХӘТ ҒӘЛӘЛЕТДИН улы байрам уңайынан ҡотлауҙарҙы үҙ өйөндә ҡабул итте, йорто алдында байрам парадын ҡараны.
Читайте нас