ВЕРЕТЕННИКОВ АЛЕКСАНДР ФИЛИППОВИЧ
1926 йылда Ләүзә ауылында донъяға килә. 1943 йылдың ноябрендә Совет армияһы сафына алына.
39-сы армияның 122-се үҙйөрөшлө артилллерия полкы составында Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша.
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы менән наградланған, Юғары Баш командующийҙың Рәхмәт хатына лайыҡ булған.
1950 йылдың 30 майында демобилизациялана.
ВЕРЕТЕННИКОВ АЛЕКСАНДР ФИЛИППОВИЧ быйыл байрам парадын үҙ йорто алдында ҡараны, ҡотлауҙар ҡабул итте. Сараға йыр-бейеүҙәр йәм өҫтәне.